31 Мадайҙан Дарий батшалыҡты үҙ ҡулына алды, уға был осорҙа алтмыш ике йәш ине.
Сығышы менән мадайҙарҙан булған Дарий Ахашверош улының халдейҙар батшаһы итеп ҡуйылыуының тәүге йылы.
Илгә идара итер өсөн Дарий батшалыҡтың бөтә өлкәләренә йөҙ ҙә егерме идарасы тәғәйенләне.
Мин һиңә тоҙаҡ ҡорҙом, эй Бабил! Үҙең дә һиҙмәйенсә уға эләктең. Раббыға ҡаршы сыҡҡаның өсөн Һине таптылар, эләктереп алдылар».
Пәрәс – «Һинең батшалығың бүлгеләнеп мадайҙар менән фарсыларға бирелде».
Мадай батшаһы Дарий хакимлығының беренсе йылында иһә Михаилға мин таяныс һәм һаҡлаусы булғайным.
Ул ер тураһында һөйләгәндәремдең барыһын, ошо китапҡа яҙылған һүҙҙәрҙең һәммәһен, Йермеяһтың бөтә халыҡтарға пәйғәмбәрлек итеп әйткәндәрен бойомға ашырасаҡмын.