Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 5:21 - Башкирский ВЗ (неполный)

21 Ул кешеләр араһынан ҡыуылды, аҡылы менән януарға тиңләште, ҡырағай ишәктәр менән бергә көн күрҙе, мал ише, үлән менән туҡланды, тәне күк ысығында йыуылды – кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары Алла хаким икәнен, кемде теләй, шуны батша итеп ултыртҡанын аңлағансы шулай булды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 Ул кешеләр араһынан ҡыуылды, аҡылы менән януарға тиңләште, ҡырағай ишәктәр менән бергә көн күрҙе, мал ише, үлән менән туҡланды, тәне күк ысығында йыуылды – кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары Алла хаким икәнен, кемде теләй, шуны батша итеп ултыртҡанын аңлағансы шулай булды.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 5:21
15 Referencias Cruzadas  

Навуходоносор батшаға әйтелгәндәрҙең барыһы ла ғәмәлгә ашты.


Ҡырҙағы бөтә ағастар Бейек ағасты тәпәшәйткән, Тәпәште бейегәйткән, Йәшел ағасты ҡоротҡан, Ҡоро ағасты сәскә аттырған Мин Раббы икәнде аңлар. Мин, Раббы, әйттем быны һәм Әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын».


Һин төшөңдә күргән ҡеүәтле һәм бөйөк, башы күктәргә олғашҡан, ерҙең һәр тарафынан күренеп торған,


Хәҙер инде мин, Навуходоносор, Күк Батшаһына дан, хөрмәт һәм маҡтау йырлайым: Уның ғәмәлдәре хаҡ, юлдары ғәҙел, Ул тәкәбберҙе буйһондорорға ҡөҙрәтле.


– Эй батша! Һинең атайың Навуходоносорға Юғарыларҙан Юғары Алла батшалыҡ, бөйөклөк, дан һәм хөрмәт биргән.


Был әмер – Күҙәтеүсе фәрештәләр ҡарары, Был хөкөм – мөҡәддәс фәрештәләр һүҙе. Ер йөҙөндә йәшәүселәр белеп торһон: Кешелек батшалығы өҫтөнән Юғарыларҙан Юғары хакимлыҡ итә. Батшалыҡты кемгә теләй, шуға бирә; Кешенең иң түбән һаналғанын да хаким итә ала“».


Һине кешеләр араһынан ҡыуырҙар; ҡырағай януарҙар араһында йәшәргә, мал ише үлән менән туҡланырға, ысыҡ менән йыуынырға тура килер. Ана шулай ете йыл үтер – һәм һин шуны аңларһың: кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары бер үҙе хаким, Ул кемгә теләй, шуға бирә.


Ун ике айҙан һуң ул Бабилдағы батша һарайының башында йөрөп ята ине.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios