Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 5:11 - Башкирский ВЗ (неполный)

11 Һинең батшалығыңда мөҡәддәс аллалар рухы менән һуғарылған бер кеше бар. Һинең атайың идара иткән саҡта уҡ уның яҡты аҡылға, зиһенгә эйә булғаны, мөҡәддәс аллаларҙың рухы менән Һуғарылғаны билдәле ине. Һинең атайың Навуходоносор уны тылсымсылар, сихырсылар, халдей аҡыл эйәләре, фал һалыусыларҙың башлығы итеп тәғәйенләне.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Һинең батшалығыңда мөҡәддәс аллалар рухы менән һуғарылған бер кеше бар. Һинең атайың идара иткән саҡта уҡ уның яҡты аҡылға, зиһенгә, илаһи зирәклеккә эйә булғаны билдәле ине. Һинең атайың Навуходоносор уны тылсымсылар, сихырсылар, халдей аҡыл эйәләре, фал һалыусыларҙың башлығы итеп тәғәйенләне.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 5:11
19 Referencias Cruzadas  

япраҡтары ғәжәп матур, мул емешенән донъя туҡланған, төбөндә ҡырағай януарҙар йыйылған, ботаҡтары араһында ҡоштар оя ҡорған ағас –


Һиндә илаһи рух, ҙур ғилем, яҡты аҡыл һәм ғәжәйеп зирәклеккә эйәһең, тип ишеткәйнем.


Батша шундай ауыр һорау бирә, уға, илаһтарҙан башҡа, бер кем дә яуап бирә алмаҫ, ә илаһтар кеше араһында йәшәмәй бит, – тине.


– Бүтән бындай кешене табып булмаҫ, – тине фирғәүен үҙенең янындағыларға. – Алла рухы бар унда!


Эйе, Даниилдан аҡыллыраҡһың; Һинән йәшерен бер ниндәй сер юҡ.


Улар ағзалары теүәл, төҫкә матур, аң-белемгә һәләтле, зирәк һәм аҡыллы, батша һарайында хеҙмәт итерлек булырға һәм Ашпеназ уларҙы халдей яҙмаһына һәм теленә өйрәтергә тейеш ине.


Тәрән һәм йәшерен серҙәрҙе аса, Ҡараңғылыҡта нимә булғанды белә, Яҡтылыҡ гел Уның хозурында.


Батша тылсымсыларҙы, сихырсыларҙы, халдей аҡыл эйәләрен, фал һалыусыларҙы саҡырырға бойороп ҡысҡырып ебәрҙе. Ул Бабил аҡыл эйәләренә: – Кем дә кем миңә был яҙыуҙы уҡып, уның мәғәнәһен әйтеп бирә, шуны затлы ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерерҙәр, муйынына алтын сылбыр тағырҙар, һәм ул дәүләт эсендә өсөнсө кеше булыр, – тине.


Зирәклегең һәм зиһенең менән Үҙеңә байлыҡ тупланың, Хазина һаҡлағысыңды Алтын-көмөш менән тултырҙың.


Ниһайәт, Даниил килде – уны минең илаһым хөрмәтенә Белтешассар тип йөрөтәләр – унда изге илаһи рух бар. Мин уға төшөмдө һөйләнем. Мин уға былай тинем:


«Эй Белтешассар, тылсымсылар башлығы! Мин һиндә мөҡәддәс илаһи рух барлығын беләм, һинең өсөн теләһә ниндәй серҙе асыу һис ҡыйын түгел. Әйт әле, мин ниндәй төшөмдә күргән күренмештәрҙең нимә аңлатҡанын һөйләп бир.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios