Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 4:34 - Башкирский ВЗ (неполный)

34 Хәҙер инде мин, Навуходоносор, Күк Батшаһына дан, хөрмәт һәм маҡтау йырлайым: Уның ғәмәлдәре хаҡ, юлдары ғәҙел, Ул тәкәбберҙе буйһондорорға ҡөҙрәтле.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

34 Хәҙер инде мин, Навуходоносор, Күк Батшаһына дан, хөрмәт һәм маҡтау йырлайым: Уның ғәмәлдәре хаҡ, юлдары ғәҙел, Ул тәкәбберҙе буйһондорорға ҡөҙрәтле.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 4:34
57 Referencias Cruzadas  

Шунан мин йылға һыуҙары өҫтөндә торған етен кейемле заттың яуабын ишеттем. Ике ҡулын күккә күтәреп, ул Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Барыһы ла бер мөҙҙәттән, ике мөҙҙәттән һәм ярты мөҙҙәттән, изге халыҡтың көс-ҡеүәтен һындырыу туҡтағас, тамамланыр.


Был батшалар хакимлыҡ иткән осорҙа Күк Аллаһы мәңге емерелмәҫ бер батшалыҡ ҡорор һәм был батшалыҡ башҡа халыҡ ҡулына тапшырылмаҫ. Ул бөтә әүәлге батшалыҡтарҙы емереп бөтөр, үҙе мәңгелеккә ҡалыр.


Әммә Раббы – хаҡ Алла! Ул – тере Алла, мәңгелек Батша. Асыуланғанында ер тетрәнә, Халыҡтар сыҙамай ярһыуына.


Бына минең фарманым: батшалығымдың бөтә өлкәләре Даниил Аллаһы алдында ҡурҡып һәм ҡалтырап торһон. Сөнки Ул – тере Алла, Мәңге йәшәр Алла, Уның батшалығы емерелмәҫ, Хакимлығының ахыры булмаҫ.


Ер йөҙөндә йәшәүселәр Уға бер ни түгел; Күк көстәре һәм ер мәхлүктәре менән Үҙе теләгәнсә эш итә Ул. Һис кем уның ҡулын туҡтата алмаҫ, Бер кем Уға: «Ни эшләүең был?» – ти әйтә алмаҫ.


Ул кешеләр араһынан ҡыуылды, аҡылы менән януарға тиңләште, ҡырағай ишәктәр менән бергә көн күрҙе, мал ише, үлән менән туҡланды, тәне күк ысығында йыуылды – кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары Алла хаким икәнен, кемде теләй, шуны батша итеп ултыртҡанын аңлағансы шулай булды.


Ун ике айҙан һуң ул Бабилдағы батша һарайының башында йөрөп ята ине.


Аҡһағын иҫән ҡалған өлөш итермен, Аҙашҡанын ҡеүәтле халыҡҡа әйләндерермен. Ошо көндөн башлап мәңгелеккә Мин Раббығыҙ Сион тауында уларға хакимлыҡ ҡылырмын.


Шуға ла мин, төшөмдө юратыр өсөн, Бабилдың бөтә аҡыл эйәләрен үҙ яныма саҡырырға бойорҙом.


Яҡшыһы ла, насары ла Юғарыларҙан Юғары ихтыярында түгелме ни?


Шуға күрә, көнсығышта йәшәүселәр, Раббыны данлағыҙ, Диңгеҙ буйы, утрауҙарҙағы халыҡтар, Исраил Аллаһы Раббының исемен ҙурлағыҙ.


Ул аттың көсөнә ҡарамай, Кешенең етеҙлегенә лә илтифаты юҡ.


Дауыттың ҡорамға артылыусылар йыры. Инде былай тиһен Исраил: «Әгәр ҙә Раббы беҙҙең янда булмаһа,


Дауыттың ҡорамға артылыусылар йыры. «Раббының йортона барайыҡ», – тип Әйткәндәренә бик ҡыуандым мин.


Раббы – батша! Ул ҡеүәтенә бөркәнеп, ҡөҙрәт менән билен быуған. Донъяны ҡаҡшамаҫлыҡ итеп ныҡ ҡорған.


Уға хакимлыҡ, хөрмәт һәм батшалыҡ бирелде. Бар халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр уға буйһондо. Уның хакимлығы – бөтмәҫ-төкәнмәҫ, мәңгелек хакимлыҡ. Уның батшалығы һис ҡасан емерелмәҫ.


Алла Үҙенең мөҡәддәс торлағында былай тине: «Тантана менән Шәхәмде бүлгеләрмен, Суккоҫ үҙәнен үлсәрмен.


Ҡотҡарыуыңдың шатлығын миңә ҡайтар, Һине тыңларға ашҡынып торған рух биреп, Миңә таяныс бул.


Бар күңелдән шөкөр итермен, йә Раббы, Бөтә ғәжәйеп ғәмәлдәреңде һөйләрмен.


Яуызлығы үҙенә әйләнеп ҡайтыр, Залимлығы үҙ башыңа төшөр.


Әммә йоҡомда бер төш кереп ҡурҡытты, төшөмдә күргәндәр мине хафаға һалды.


– Эй батша! Һинең атайың Навуходоносорға Юғарыларҙан Юғары Алла батшалыҡ, бөйөклөк, дан һәм хөрмәт биргән.


Күк аҫтындағы бөтә батшалыҡтарҙың көс-ҡөҙрәте, хакимлыҡ хоҡуғы һәм бөйөклөк-олпатлығы Юғарыларҙан Юғарының изге халҡына бирелер. Ул батшалыҡ – мәңгелек булыр, башҡа хакимдар уға буйһонор һәм баш һалыр».


Шул саҡ улар Раббыны саҡырып: – Йә Раббы, ялбарабыҙ Һиңә! Ошо әҙәмдең йәне өсөн һәләк булмаһаҡ ине! Ғәйепһеҙҙең ҡаны беҙҙең өҫтөбөҙҙә булмаһын! Һин бит – Раббы, нисек теләйһең, шулай эшләйһең, – тине.


Ул – Ҡая! Эштәре камил, Уның бөтә юлдары ла ғәҙел. Алла тоғро, Унда һис юҡ ялған. Ул хаҡ һәм ғәҙел.


Тупраҡ уңышын бирә; Алла, Аллабыҙ беҙгә бәрәкәт бирһен.


Ул яман хәбәрҙән ҡурҡмаҫ, Бөтөн йөрәктән Раббыға өмөт бағлар.


Әҙәмдең тәкәббер ҡарашы шиңер, Ғорурлығы селпәрәмә килер. Ул көндө тик Раббы ғына юғары күтәрелер.


Әйтер Раббы: «Донъяны яуызлығына күрә, Ямандарҙы ғәйептәре өсөн язалайым. Тәкәбберҙәрҙең ғорурлығына сик ҡуям, Аяуһыҙҙарҙың эрелеген түбәнһетәм.


Раббы ҡаза ебәреүҙе кисектермәне, беҙгә бәлә йүнәлтте. Аллабыҙ Раббы Үҙенең барлыҡ ғәмәлдәрендә лә хаҡ, ә беҙ Уға ҡолаҡ һалманыҡ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios