Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 4:31 - Башкирский ВЗ (неполный)

31 – Ваҡыт үтә торҙо, бер саҡ мин, Навуходоносор, күккә баҡтым – шунда уҡ зиһенем асылды. Мин Юғарыларҙан Юғарыға рәхмәт әйттем, Мәңге Йәшәүсене данланым һәм маҡтаным: Уның хакимлығы – мәңгелек, Уның батшалығы быуындан-быуынға ҡаласаҡ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

31 – Ваҡыт үтә торҙо, бер саҡ мин, Навуходоносор, күккә баҡтым – шунда уҡ зиһенем асылды. Мин Юғарыларҙан Юғарыға рәхмәт әйттем, Мәңге Йәшәүсене данланым һәм маҡтаным: Уның хакимлығы – мәңгелек, Уның батшалығы быуындан-быуынға ҡаласаҡ.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 4:31
25 Referencias Cruzadas  

Пәрәс – «Һинең батшалығың бүлгеләнеп мадайҙар менән фарсыларға бирелде».


Хәҙер инде мин, Навуходоносор, Күк Батшаһына дан, хөрмәт һәм маҡтау йырлайым: Уның ғәмәлдәре хаҡ, юлдары ғәҙел, Ул тәкәбберҙе буйһондорорға ҡөҙрәтле.


Шуға күрә, эй батшам, минең кәңәшемә ҡолаҡ һала күр: үҙеңдең гонаһтарыңды – изге эштәр менән, ғәҙелһеҙлегеңде фәҡирҙәргә рәхимлегең менән төҙәт. Шулай итһәң, бәлки, хозур тормошта көн күреүең оҙаҡ дауам итер.


Кешене тәкәбберлеге түбәнһетә, тыйнаҡ кеше хөрмәт ҡаҙана.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡарарын кем боҙа алыр? Һуҙған ҡулын кем туҡтатып ҡалыр?»


Ун ике айҙан һуң ул Бабилдағы батша һарайының башында йөрөп ята ине.


Навуходоносорға әйтелгәндәр шунда уҡ бойомға ашты. Уны кешеләр араһынан ҡыуҙылар, мал ише, үлән ашаны, тәне күк ысығында йыуылды. Сәстәре бөркөт ҡанатылай, тырнаҡтары ҡоштоҡо һымаҡ оҙон булып үҫте.


Ер йөҙөндә йәшәүселәр Уға бер ни түгел; Күк көстәре һәм ер мәхлүктәре менән Үҙе теләгәнсә эш итә Ул. Һис кем уның ҡулын туҡтата алмаҫ, Бер кем Уға: «Ни эшләүең был?» – ти әйтә алмаҫ.


Ләкин ул тәкәбберләнде, эреләнеп, һауаланып китте, шуға ла батша тәхетенән төшөрөлдө һәм үҙенең бар шөһрәтенән мәхрүм ителде.


Сәлим батшаһы Мәлки-Садиҡ та Ибрамға икмәк менән шарап алып килде. Ул Юғарыларҙан Юғары Алланың ҡаһины ине.


Ул ҡотҡара һәм аралай, Күктә лә, ерҙә лә Мөғжизәләр һәм хикмәттәр ҡыла. Даниилды ул арыҫландан ҡотҡарып алды.


Шунан мин йылға һыуҙары өҫтөндә торған етен кейемле заттың яуабын ишеттем. Ике ҡулын күккә күтәреп, ул Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Барыһы ла бер мөҙҙәттән, ике мөҙҙәттән һәм ярты мөҙҙәттән, изге халыҡтың көс-ҡеүәтен һындырыу туҡтағас, тамамланыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios