Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 4:22 - Башкирский ВЗ (неполный)

22 Һине кешеләр араһынан ҡыуырҙар; ҡырағай януарҙар араһында йәшәргә, мал ише үлән менән туҡланырға, ысыҡ менән йыуынырға тура килер. Ана шулай ете йыл үтер – һәм һин шуны аңларһың: кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары бер үҙе хаким, Ул кемгә теләй, шуға бирә.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

22 Һине кешеләр араһынан ҡыуырҙар; ҡырағай януарҙар араһында йәшәргә, мал ише, үлән менән туҡланырға, ысыҡ менән йыуынырға тура килер. Ана шулай ете йыл үтер – һәм һин шуны аңларһың: кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары бер үҙе хаким, Ул кемгә теләй, шуға бирә.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 4:22
18 Referencias Cruzadas  

Уларҙы яратыуыма ҡарамаҫтан, Мине ғәйепләйҙәр; Ә мин яуап итеп доға ҡылам.


Тормош юлыңды Раббыға тапшыр, Уға ышан – барыһын да ғәмәл ҡылыр.


Төшөндә ул ерҙән күккә ашып торған баҫҡыс күрҙе, ул баҫҡыс буйлап Алланың фәрештәләре менеп-төшөп йөрөй, имеш.


Шунан былай тинеләр: – Ер йөҙө буйлап таралышып бөтмәйек һәм исемебеҙҙе данға күмәйек тиһәк, үҙебеҙгә күккә ашып торған манаралы ҡала төҙөйөк.


Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Оҙон ҡауырһынлы, ҡабарынҡы мамыҡлы, ҙур ҡанатлы олоғара сыбар бер бөркөт Ливанға осоп килде. Бер кедр ағасының осон эләктерҙе лә,


яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине: „Был ағасты ҡырҡығыҙ, Ботаҡтарын ботарлап ташлағыҙ, Япраҡтарын өҙгөләгеҙ, Емештәрен өҙөп ырғытығыҙ. Йәнлектәр уның аҫтынан ҡасһын, Ҡоштар ботағынан осоп китһен.


Эй батшам, Юғарыларҙан Юғарының минең хакимым батшам тураһындағы ҡарары бына шундай.


ерҙе лә, унда йәшәгән кешеләр менән йәнлектәрҙе лә бөйөк көсөм, ҡөҙрәтле ҡулым менән Мин яраттым. Уны Үҙем хуш күргән кешегә бирәм.


Ул заман һәм йылдарҙы үҙгәртә, Батшаларҙы тәхеттән төшөрөп, тәхеткә ултырта, Аҡыллыға аҡыл, аңлыларға белем бирә.


Һин кешеләр араһынан ҡыуылырһың, ҡырағай януарҙар менән йәшәрһең; мал ише, үлән менән туҡланырһың. Ана шулай ете мөҙҙәт үтер – һәм һин шуны аңларһың: кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары бер үҙе баш, Ул кемгә теләй, шуға бирә.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios