13 Кеше аҡылы унан алынһын, Хайуан аҡылы бирелһен уға, Ана шул хәлдә ете мөҙҙәт үтһен.
13 Кеше аҡылы унан алынһын, Хайуан аҡылы бирелһен уға, Ана шул хәлдә ете йыл үтһен.
Ул былай тине: – Раббы Синай тауынан килде, Ул беҙгә таңдай Сеғирҙан тыуҙы, Паран тауынан нур сәсте, Ун меңләгән изгеләре менән килде, Уң ҡулында ҡанун уты яна ине.
Мин бер изгенең һөйләгәнен, ә икенсе изгенең һорағанын ишеттем: – Күренмештәге был хәлдәр – көндәлек ҡорбандар, һәләкәт килтергән фетнә, Изге торлаҡтың һәм күк ғәскәренең тапалыуға дусар ителеүе ҡасанға тиклем барыр?
Бабил батшаһы Белшассар идара иткәндең беренсе йылында Даниил төндә үҙ түшәгендә йоҡлап ятҡанда төш күрҙе. Ул төшөн яҙып ҡуйҙы.
Ярылған тауҙың уртаһындағы үҙән буйлап ҡасырһығыҙ, сөнки үҙән Азалға тиклем һуҙылыр. Һеҙ Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ заманында булған ер тетрәүҙән ҡасҡан шикелле йүгерерһегеҙ. Ул көндө Раббы, Аллам минең, Үҙенең бөтә изгеләре менән бергә килер.
Әммә ағастың төпһәһе менән тамырҙарын ҡалдырырға ҡушылған – тимәк, һин бөтә хакимлыҡтың Күктәрҙән булыуын аңлағас, батшалығың һиңә ҡайтарып бирелер.
Ниһайәт, Даниил килде – уны минең илаһым хөрмәтенә Белтешассар тип йөрөтәләр – унда изге илаһи рух бар. Мин уға төшөмдө һөйләнем. Мин уға былай тинем:
Сөнки асыуыңдан юҡ булабыҙ, Ярһыуыңдан ҡурҡыуға ҡалабыҙ
Мин мөрәжәғәт иткән теге зат яуап итеп былай тине: «Дүртенсе януар шуны аңлата: ерҙә башҡа батшалыҡтарға оҡшамаған дүртенсе батшалыҡ барлыҡҡа килер һәм донъялағы бөтә нәмәне ялмап ашап, тапап һәм емереп барыр.
«Был дүрт дәү януар – ерҙә күтәрелеп сығасаҡ дүрт батшалыҡты аңлата.
Йәнә түшәгемдә йоҡлап ятҡанда, төшөмдә бына ни күрҙем: күктән мөҡәддәс бер күҙәтеүсе фәрештә килеп төштө лә
Төн булһын тип эңер төшөрәһең, Ҡырағай йәнлектәр ҡыҙырырға сыға.
Һин төшөңдә күргән ҡеүәтле һәм бөйөк, башы күктәргә олғашҡан, ерҙең һәр тарафынан күренеп торған,