Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 3:27 - Башкирский ВЗ (неполный)

27 Һанаттар, етәкселәр, өлкә идарасылары, батшаның яҡындары йыйылды һәм уттың был кешеләргә ҡағылмағанын күрҙе: уларҙың сәстәре лә өтөлмәгән, кейемдәре лә бөтөн, хатта уларҙан төтөн еҫе лә сыҡмай.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

27 Һанаттар, етәкселәр, өлкә идарасылары, батшаның яҡындары йыйылды һәм уттың был кешеләргә ҡағылмағанын күрҙе: уларҙың сәстәре лә өтөлмәгән, кейемдәре лә бөтөн, хатта уларҙан төтөн еҫе лә сыҡмай.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 3:27
17 Referencias Cruzadas  

Даръяларҙы аша сыҡҡаныңда – һинең менән булырмын; Йылғаларҙы кискәнеңдә һыуҙар һине батырмаҫ; Ут эсенән йөрөгәндә янмаҫһың – Ялҡын һине һәләк итмәҫ.


Йә Раббы! Яза өсөн ҡулың күтәрелгән, Әммә яуыздар быны күрмәй. Халҡың өсөн ашҡынып тороуыңды күрһәт, Әйҙә улар оятҡа ҡалһындар. Дошмандарыңа ҡаршы яҡҡан ут Уларҙы ялмап юҡ итһен.


Яугирҙәр уларҙы бәйләне лә нисек бар, шул көйө, салбар, күлдәк һәм башлыҡ кейгән килеш, туп-тура янып торған мейес эсенә ташланы.


Эй батша, батшалыҡтағы бөтә вәзирҙәр, етәкселәр һәм өлкә идарасылары, батшаның кәңәшселәре үҙ-ара фекер алышып, шуны кәрәк тип тапты, батша фарман, бер тыйыу сығарһын: кемдер берәү утыҙ көн эсендә үтенесе менән һинән башҡа берәүгә – илаһҡамы йәки кешегәме – мөрәжәғәт итһә, шуны, арыҫландар янына соҡорға ташлаһындар.


Батша Даниил өсөн бик шатланды һәм уны соҡорҙан сығарырға ҡушты. Даниилды соҡорҙан сығарҙылар – үҙенең Аллаһына ышанған өсөн уның бер еренә лә зыян килмәгәйне.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios