Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 3:26 - Башкирский ВЗ (неполный)

26 Навуходоносор янып торған мейес ауыҙына килеп: – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него, Юғарыларҙан юғары Алланың ҡолдары, сығығыҙ унан, килегеҙ бында! – тип ҡысҡырҙы. Шулай тигәс, Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него ут эсенән сыҡты.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

26 Навуходоносор янып торған мейес ауыҙына килеп: – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него, Юғарыларҙан юғары Алланың ҡолдары, сығығыҙ унан, килегеҙ бында! – тип ҡысҡырҙы. Шулай тигәс, Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него ут эсенән сыҡты.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 3:26
22 Referencias Cruzadas  

Эй батша, табынған Аллабыҙ беҙҙе ҡотҡара алһа, Ул беҙҙе ҡыҙған мейестән дә, һинең ҡулыңдан да ҡотҡарыр.


Әммә йоҡомда бер төш кереп ҡурҡытты, төшөмдә күргәндәр мине хафаға һалды.


Батша Даниилға: – Һин был серҙе аса алғанһың икән, тимәк, ысынлап та, һеҙҙең Аллағыҙ – аллаларҙың Аллаһы, батшаларҙың Хакимы, Серҙәр асыусы, – тине.


Әммә һеҙ ашыҡмай ғына сығырһығыҙ, Ҡасып-боҫоп китмәҫһегеҙ; Сөнки Раббы алдығыҙҙан барыр. Исраил Аллаһы артығыҙҙан да һаҡлап килер.


Даниил ултырған соҡор янына килеп, батша борсоулы тауыш менән: – Эй Даниил, тере Алланың ҡоло! Һин арыу-талыуһыҙ хеҙмәт иткән Аллаң һине арыҫландарҙан ҡотҡара алдымы? – тип өндәште.


Шуға күрә Раббы Хаким һеҙгә былай ти: «Бына, Мин Сионда һыналған, Баһалап булмаҫлыҡ мөйөш ташы, Ныҡлы нигеҙ ташы ҡуям. Уға ышанған һис кем ҡаушап төшмәҫ.


Сәлим батшаһы Мәлки-Садиҡ та Ибрамға икмәк менән шарап алып килде. Ул Юғарыларҙан Юғары Алланың ҡаһины ине.


Ә һеҙгә килгәндә иһә, бөгөн күргәнегеҙсә, Раббы һеҙҙе Үҙенең халҡы, Үҙ биләмәһе итер өсөн тимер иретә торған мейестән, Мысырҙан, алып сыҡты.


Мин ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан, тимер иретә торған мейестән, алып сыҡҡан саҡта ошоларҙы бойорҙом. Мин уларға: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ, бөтә бойороҡтарымды еренә еткереп үтәгеҙ, шул саҡта һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын.


Тора-бара ул Юғарыларҙан Юғарыға ҡаршы һүҙ һөйләр һәм Юғарыларҙан Юғарының изгеләрен ҡыҫырыҡлар, байрамдарҙы һәм ҡанунды үҙгәртергә ниәтләр. Изгеләр бер мөҙҙәткә, ике мөҙҙәт тә йәнә ярты мөҙҙәткә уның ҡул аҫтына бирелер.


Шул саҡ Даниил батшаға: – Мәңге йәшә, батшам! – тине. –


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios