Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 3:25 - Башкирский ВЗ (неполный)

25 Ул: – Ә мин ут араһында бәйләнмәгән дүрт кешенең имен-аман йөрөгәнен күрәм; дүртенсеһе ҡиәфәте менән илаһҡа оҡшағандай, – тине.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

25 Ул: – Ә мин ут араһында бәйләнмәгән дүрт кешенең имен-аман йөрөгәнен күрәм; дүртенсеһе ҡиәфәте менән илаһҡа оҡшағандай, – тине.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 3:25
20 Referencias Cruzadas  

Даръяларҙы аша сыҡҡаныңда – һинең менән булырмын; Йылғаларҙы кискәнеңдә һыуҙар һине батырмаҫ; Ут эсенән йөрөгәндә янмаҫһың – Ялҡын һине һәләк итмәҫ.


Шул саҡ Навуходоносор былай тип иғлан итте: – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоның Аллаһына рәхмәттәр яуһын! Ул, фәрештәһен ебәреп, Үҙенә башкөллө ышанған ҡолдарын ҡотҡарҙы. Улар батша ихтыярына баш бирмәне, үҙ ғүмерҙәрен ҡыҙғанманы – үҙ Аллаһынан башҡа, бүтән илаһтарға табынманы ла, сәждә лә ҡылманы.


Сөнки нахаҡҡа миңә тоҙаҡ ҡорҙолар; Һис ғәйепһеҙ йәнемә соҡор ҡаҙҙылар.


Ҡотҡармаған сүрәттә лә – барыбер, батша, бел: беҙ һинең илаһтарыңа табынмаясаҡбыҙ, һин ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылмаясаҡбыҙ, – тинеләр.


Кем күктәргә ашып, ергә төштө? Елде кем усына йыйҙы? Кем һыуҙы итәгенә төйнәне? Ерҙең сиктәрен кем билдәләне? Исеме кем? Улының исеме кем? Әгәр белһәң, һөйлә.


Һин уларҙан ҡурҡма. Мин һинең менән бергә булырмын, һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы.


Улар һиңә ҡаршы һуғышыр, Әммә һине еңә алмаҫ, Сөнки Мин һинең менән булырмын, Һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы.


Мин һине залимдарҙан азат итермен, Аяуһыҙҙар ҡулынан йолоп алырмын».


Әммә тиҙҙән Навуходоносор батша аптырауынан һикереп торҙо һәм ярандарынан: – Беҙ мейескә өс кенә кешене бәйләп ташлағайныҡ түгелме? – тип һораны. Уға: – Эйе, эй батша, – тип яуап бирҙеләр.


Батша Даниил өсөн бик шатланды һәм уны соҡорҙан сығарырға ҡушты. Даниилды соҡорҙан сығарҙылар – үҙенең Аллаһына ышанған өсөн уның бер еренә лә зыян килмәгәйне.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios