Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 3:19 - Башкирский ВЗ (неполный)

19 Навуходоносор бик ныҡ асыуланды, Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоға ҡарап сырайы боҙолдо ла мейесте элеккенән ете тапҡырға артығыраҡ ҡыҙҙырырға бойорҙо.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Навуходоносор бик ныҡ асыуланды, Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоға ҡарап, сырайы боҙолдо ла мейесте элеккенән ете тапҡырға артығыраҡ ҡыҙҙырырға бойорҙо.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 3:19
26 Referencias Cruzadas  

Навуходоносор батша бик ныҡ асыуланды, Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоны килтерергә әмер бирҙе. Уларҙы батша янына алып килгәс,


Мин Үҙем һеҙгә ҡаршы булырмын һәм гонаһтарығыҙ өсөн ете тапҡыр нығыраҡ язалармын.


Тәкәббер, эре әҙәм – исеме уның «хаяһыҙ», үҙен башҡаларҙан үтә өҫтөн тотор.


Мин дә асыуланып һеҙгә ҡаршы сығырмын, гонаһтарығыҙ өсөн ете тапҡыр нығыраҡ язалармын.


Батша ҡурҡыуға ҡалды, йөҙө ағарып китте, тубыҡтары ҡылтырап, бер-береһенә бәрелеп туҡылдай башланы.


Алла рәхимлеген оноттомо? Асыуланып шәфҡәтенә юл яптымы?» Села


Быларҙан һуң да тиҫкәреләнеүегеҙҙе дауам итһәгеҙ, Мине тыңламаһағыҙ, гонаһтарығыҙ өсөн язаны ете тапҡыр арттырырмын:


Ошоларҙан һуң да Мине тыңламаһағыҙ, гонаһтарығыҙ өсөн язаны ете тапҡыр арттырасаҡмын.


Батша Даниилды ошаҡлаған теге кешеләрҙе, балалары һәм ҡатындары менән бергә алып килеп, арыҫландар ултырған соҡорға ташларға ҡушты. Тегеләр соҡор төбөнә төшөп етергә лә өлгөрмәне, арыҫландар уларҙы ҡармап алып, өҙгөсләп ташланы.


Мин уны һине ғазаплаусылар ҡулына, Һиңә: „Ергә ят та, өҫтөңә баҫып үтәйек“, – тигән, Арҡаңды урам тупрағы һымаҡ тапағандарға тотторам».


Батшаның асыуы – үлем илсеһе, әммә аҡыллы кеше уны тынысландырыр.


Яҡуп үҙе лә Лавандың уға элеккесә ҡарамауын һиҙә ине.


Батша был һүҙҙәргә бик ныҡ асыуланды һәм Бабилдың бөтә аҡыл эйәләрен ҡырып бөтөрөргә бойорҙо.


Шунан ул ғәскәренең иң көслө яугирҙәренә Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоны бәйләп, янып торған мейес эсенә ташларға бойорҙо.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios