Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 2:49 - Башкирский ВЗ (неполный)

49 Даниилдың үтенесе буйынса батша Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоға Бабил өлкәһендәге эштәргә идара итеү бурысын йөкмәтте, ә Даниил үҙе батша һарайында хеҙмәттә ҡалды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

49 Даниилдың үтенесе буйынса батша Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоға Бабил өлкәһендәге эштәргә идара итеү бурысын йөкмәтте, ә Даниил үҙе батша һарайында хеҙмәттә ҡалды.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 2:49
12 Referencias Cruzadas  

Һарай хеҙмәтселәре башлығы уларға яңы исемдәр ҡушты: Даниилды – Белтешассар, Хананъяһты – Шадрах, Мишаилды – Мешах, Ғазаръяһты Ғавед-Него тип йөрөтә башланылар.


Яуызлыҡты кире ҡағып, яҡшылыҡты үҙ итегеҙ, Ҡала ҡапҡаһы янында хак хөкөмдө тергеҙегеҙ, Бәлки, шул саҡ Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Йософ нәҫеленең иҫән ҡалғандарын аяр.


Шунан өйөнә әйләнеп ҡайтҡас, ул дуҫтары Хананъяһ, Мишаил һәм Ғазаръяһҡа барыһын да һөйләп бирҙе.


Алла был дүрт үҫмергә – аҡыл, һәр төрлө яҙмаға, уҡыуға һәләт, зирәклек, Даниилға иһә быларҙың барыһына өҫтәп һәр төрлө күренмештәрҙе һәм төштәрҙе юрау оҫталығы ла бирҙе.


Ҡала ҡулға төшөрөлгәс, Бабил батшаһының бөтә түрәләре эскә инеп Урта ҡапҡа янында урынлашты. Улар араһында Симмагирҙан Нергал-шар-эцер, һарай хеҙмәтселәре башлығы Неву-сар-сехим, ғәскәриҙәр башлығы Нергал-сар-эцер бар ине.


Тәҡүәләр еңһә, ил һөйөнә, яуыздар өҫтөн сыҡһа, кеше йәшенә.


Улар өҫтөнән күҙ-ҡолаҡ булырга ул өс вәзирен ҡуйҙы. Батшаға бер ниндәй ҙә зыян-югалтыу булмаһын өсөн идарасылар вәзирҙәргә иҫәп-хисап биреп торорға тейеш ине. Шул өс вәзирҙең береһе Даниил булды.


Навуходоносор батша буйы алтмыш, иңе алты терһәк ҙурлығындағы алтын һәйкәл яһатып уны Бабил өлкәһендәге Дура үҙәненә ҡуйҙы.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios