Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 2:48 - Башкирский ВЗ (неполный)

48 Шунан һуң батша Даниилды үрләтте, бик күп зиннәтле бүләктәр бирҙе, уны Бабил өлкәһенә хаким, Бабилдың барлыҡ аҡыл эйәләренә башлыҡ итеп тәғәйенләне.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

48 Шунан һуң батша Даниилды үрләтте, бик күп зиннәтле бүләктәр бирҙе, уны Бабил өлкәһенә хаким, Бабилдың барлыҡ аҡыл эйәләренә башлыҡ итеп тәғәйенләне.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 2:48
22 Referencias Cruzadas  

Әгәр ҙә төштө һөйләп биреп, уның нимә аңлатҡанын юраһағыҙ, минән һеҙгә бүләктәр бирелеп, оло хөрмәт күрһәтеләсәк. Йә, һөйләгеҙ, миңә ниндәй төш кергән, ул нимә аңлата? – тине.


Һинең батшалығыңда мөҡәддәс аллалар рухы менән һуғарылған бер кеше бар. Һинең атайың идара иткән саҡта уҡ уның яҡты аҡылға, зиһенгә эйә булғаны, мөҡәддәс аллаларҙың рухы менән Һуғарылғаны билдәле ине. Һинең атайың Навуходоносор уны тылсымсылар, сихырсылар, халдей аҡыл эйәләре, фал һалыусыларҙың башлығы итеп тәғәйенләне.


Уның япраҡтары ғәжәп матур, Мул емешенән донъя туҡлана. Төбөндә ҡырағай януарҙар йыйыла, Ботаҡтары араһында ҡоштар оя ҡора, Һәр йән эйәһе шунда үҙенә ризыҡ таба.


Шунан һуң Белшассар әмере менән Даниилды ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерҙеләр, муйынына алтын сылбыр таҡтылар һәм дәүләт эсендә өсөнсө кеше тип иғлан иттеләр.


Мин һине юрай һәм ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын белә, тип ишеттем. Әгәр ҙә ошо яҙыуҙы уҡып, уның нимә аңлатҡанын миңә әйтә алһаң, һине ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерерҙәр, муйыныңа алтын сылбыр тағырҙар, һәм һин дәүләттә өсөнсө кеше булырһың.


Шунан һуң батша Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоны Бабил өлкәһендә бик юғары вазифаларға үрләтте.


Ләкин һин Бабил өлкәһе эштәренә идара итеүҙе ышанып тапшырған йәһүдтәр – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него – һине, батша, тыңламай, һинең илаһтарыңа табынмай, һин ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә баш эймәй, – тинеләр.


Навуходоносор батша буйы алтмыш, иңе алты терһәк ҙурлығындағы алтын һәйкәл яһатып уны Бабил өлкәһендәге Дура үҙәненә ҡуйҙы.


Мин затлыларына барайым, Улар менән һөйләшәйем; Әлбиттә, улар Раббының юлын, Аллаларының ҡағиҙәһен белә», – тинем. Әммә улар ҙа ҡалыптарын емергән, Бауҙарын өҙгәндәр икән.


Ана бара юлың, ҡәҙер-хөрмәт итергә теләгәйнем, ләкин һине Раббы ундай хөрмәттән мәхрүм итте!


Батша тылсымсыларҙы, сихырсыларҙы, халдей аҡыл эйәләрен, фал һалыусыларҙы саҡырырға бойороп ҡысҡырып ебәрҙе. Ул Бабил аҡыл эйәләренә: – Кем дә кем миңә был яҙыуҙы уҡып, уның мәғәнәһен әйтеп бирә, шуны затлы ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерерҙәр, муйынына алтын сылбыр тағырҙар, һәм ул дәүләт эсендә өсөнсө кеше булыр, – тине.


Мин, Даниил, шул тиклем ҡаҡшаным, хатта бер нисә көн ауырып яттым. Шунан тороп, йәнә батшаға хеҙмәт итә башланым. Күргән төшөмдән ҡотом алынып йөрөнөм, ләкин уның асылын аңламаным.


«Эй Белтешассар, тылсымсылар башлығы! Мин һиндә мөҡәддәс илаһи рух барлығын беләм, һинең өсөн теләһә ниндәй серҙе асыу һис ҡыйын түгел. Әйт әле, мин ниндәй төшөмдә күргән күренмештәрҙең нимә аңлатҡанын һөйләп бир.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios