Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 2:39 - Башкирский ВЗ (неполный)

39 Һинән һуң бүтән батшалыҡ килер, ул һинеке һымаҡ бөйөк булмаҫ. Шунан өсөнсө, баҡыр батшалыҡ бар ер йөҙөндә хакимлыҡ итер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

39 Һинән һуң бүтән батшалыҡ килер, ул һинеке һымаҡ бөйөк булмаҫ. Шунан өсөнсө, баҡыр батшалыҡ бар ер йөҙөндә хакимлыҡ итер.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 2:39
14 Referencias Cruzadas  

Был һәйкәлдең башы – саф алтындан, күкрәге менән ҡулдары – көмөштән, ҡорһағы менән янбаштары – баҡырҙан,


Кир хаҡында: „Ул – минең көтөүсем, Ихтыярымды бойомға ашырыр“, Йәрүсәлимгә: „Яңынан төҙөләсәкһең!“ Ҡорамға: „Ҡабат ҡороласаҡһың!“ – тип әйтәм».


Шунан ул минән: – Һинең яныңа ниңә килгәнемде беләһеңме? – тип һораны. – Хәҙер мин кире китәм, Фарсы иле түрәһе менән алышҡа сығам, ул еңелгәндән һуң, Яуан иле түрәһе килер.


Һин күргән ике мөгөҙлө һарыҡ тәкәһе – Мадай һәм Фарсы батшалары.


Ҡара аттар егелгән яу арбалары төньяҡ, аҡ аттар егелгән арбалар көнбайыш, алмасыуар аттар егелгән арбалар көньяҡ тарафҡа китеп бара.


өсөнсөһөнә – аҡ, дүртенсеһенә алмасыуар аттар егелгәйне һәм барыһы ла көслө ине.


Мин мөрәжәғәт иткән теге зат яуап итеп былай тине: «Дүртенсе януар шуны аңлата: ерҙә башҡа батшалыҡтарға оҡшамаған дүртенсе батшалыҡ барлыҡҡа килер һәм донъялағы бөтә нәмәне ялмап ашап, тапап һәм емереп барыр.


Ул ҡайҙа ғына йәшәмәһендәр, кешеләрҙе, ҡырағай йәнлектәрҙе, осар ҡоштарҙы һинең ҡулыңа тапшырған һәм һине уларға хаким итеп ҡуйған. Алтын баш – һин үҙең!


Унан һуң тимер һымаҡ ҡаты дүртенсе батшалыҡ булыр. Тимер бөтә нәмәне ватҡан-ваҡлаған шикелле, тимер бөтә нәмәне емергән шикелле, – ул да барыһын да ватыр һәм емерер.


Ә кәзә тәкәһе – Яуан батшаһы ул. Уның ике күҙе араһындағы ҙур мөгөҙ – беренсе батша.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios