Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 2:35 - Башкирский ВЗ (неполный)

35 Шул саҡ тимер, балсыҡ, баҡыр, көмөш, алтын, ваҡланып, йәйге ырҙындағы кәбәк һымаҡ булды. Ел уларҙы бөтәһен дә осороп алып китте, хатта эҙҙәре лә ҡалманы. Ә һәйкәлгә килеп бәрелгән таш иһә оло тауға әйләнеп, бөтә ер өҫтөн баҫып алды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

35 Шул саҡ тимер, балсыҡ, баҡыр, көмөш, алтын, ваҡланып, йәйге ырҙындағы кәбәк һымаҡ булды. Ел уларҙың бөтәһен дә осороп алып китте, хатта эҙҙәре лә ҡалманы. Ә һәйкәлгә килеп бәрелгән таш, оло тауға әйләнеп, бөтә ер өҫтөн баҫып алды.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 2:35
28 Referencias Cruzadas  

Эй Хакимым, бөтә теләгәнем хозурыңда, Көрһөнөүем Һинән йәшерен түгел.


Шуның өсөн улар таңғы томан һымаҡ булыр, Иртәнсәк кипкән ысыҡҡа оҡшап ҡалыр, Ел ырҙындан ел осорған кәбәктәй ғәйеп булыр, Мөрйәнән сыҡҡан төтөнгә оҡшап ҡалыр.


Изге тауымдың һәр тарафында Һис кем яуызлыҡ һәм зыян ҡылмаҫ. Эйе, һыуҙар диңгеҙҙе тултырған һымаҡ, Ер йөҙө Раббыны танып-белеү менән тулыр.


«Тор, Сион-ҡыҙ, ашлыҡ һуғырға тотон, – ти Раббы, – Һине башмаҡ шикелле тимер мөгөҙлө, баҡыр тояҡлы итәм: Бихисап халыҡты иҙеп саң итерһең, Уларҙың яумалын Раббыға, Мөлкәтен бөтә ер йөҙөнөң Хакимына Бағышлап харам ҡылырһың.


Туйғансы һыу эсер Раббы ағастары, Ул Ливанда ултыртҡан кедрҙар.


Эй Алла, халыҡтар Һиңә шөкөр итһен, Бөтә халыҡтар рәхмәт яуҙырһын!


Алла ултыра мөҡәддәс тәхетендә, Ул батшалыҡ итә бөтә милләттәргә.


Эй халыҡтар, бергә тупланығыҙ ҙа ҡырылығыҙ! Ер йөҙөндәге бар алыҫ илдәр, ҡолаҡ һалығыҙ! Һуғышҡа әҙерләнегеҙ ҙә ҡырылырһығыҙ! Эйе, яуға әҙерләнегеҙ, әммә һәләк булырһығыҙ!


Был батшалар хакимлыҡ иткән осорҙа Күк Аллаһы мәңге емерелмәҫ бер батшалыҡ ҡорор һәм был батшалыҡ башҡа халыҡ ҡулына тапшырылмаҫ. Ул бөтә әүәлге батшалыҡтарҙы емереп бөтөр, үҙе мәңгелеккә ҡалыр.


Йәрүсәлимде бөтә халыҡтар өсөн ауыр бер таш итәм. Уны күтәрергә маташҡан һәр береһе имгәнер. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Йәрүсәлимгә ҡаршы берләшер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios