Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 2:28 - Башкирский ВЗ (неполный)

28 Әммә күктәрҙә серҙәрҙе асыусы Алла бар һәм ахыр заманаларҙа нимә буласағын Навуходоносор батшаға Ул белдергән. Түшәгеңдә йоҡлап ятҡанда, һиңә түбәндәге төш һәм күренмештәр иңгән.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

28 Әммә күктәрҙә серҙәрҙе асыусы Алла бар, һәм ахыр заманаларҙа нимә буласағын Навуходоносор батшаға Ул белдергән. Түшәгеңдә йоҡлап ятҡанда, һиңә түбәндәге төш һәм күренмештәр иңгән.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 2:28
32 Referencias Cruzadas  

Улар Йософҡа: – Төш күргәйнек тә, юрарға кешеһе юҡ, – тинеләр. – Юрау Алла ихтыярында түгелме ни? – тине Йософ. – Төшөгөҙҙө миңә һөйләһәгеҙ ине.


Бына Ул – тауҙарҙы ҡорған, елде бар ҡылған, Кешеләргә Үҙ ниәттәрен белдергән, Таң яҡтыһын ҡараңғыға әүерелдергән, Ерҙең армыттарынан атлаған, Исеме Уның – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы!


Мин һиңә ахыр көндәрҙә халҡың менән ни булырын аңлатыр өсөн килдем, сөнки был күренмеш – ана шул көндәр тураһында.


Тәрән һәм йәшерен серҙәрҙе аса, Ҡараңғылыҡта нимә булғанды белә, Яҡтылыҡ гел Уның хозурында.


Яҡуп улдарын саҡырып былай тине: – Эргәмә йыйылығыҙ, киләсәктә һеҙҙе ниҙәр көткәнен һөйләйем.


Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Барлыҡ тауҙарҙан бейегерәк ҡуйылыр, Бар түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Бөтә ҡәүемдәр уға ағылыр.


– Был минең ҡөҙрәтемдә түгел, – тине Йософ. – Фирғәүенгә хәйерле яуапты Алла Үҙе бирер.


Шунан Исраил халҡы боролоп үҙҙәренең Аллаһы Раббыны, батшалары Дауытты эҙләйәсәк, Раббы һәм уның игелектәре алдында тетрәнеп киләсәктә Уға әйләнеп ҡайтасаҡ.


Ниһайәт, Даниил килде – уны минең илаһым хөрмәтенә Белтешассар тип йөрөтәләр – унда изге илаһи рух бар. Мин уға төшөмдө һөйләнем. Мин уға былай тинем:


Бабилдың башҡа аҡыл эйәләре менән бергә үҙебеҙ ҙә үлем язаһына дусар булмаҫ өсөн, Күк Аллаһына ялбарығыҙ: мәрхәмәтен күрһәтеп был серҙе асһын, тине ул дуҫтарына.


Раббы миңә ҡылған бар яҡшылыҡтарҙы Уға нисек итеп ҡайтарайым?


Батша Даниилға: – Һин был серҙе аса алғанһың икән, тимәк, ысынлап та, һеҙҙең Аллағыҙ – аллаларҙың Аллаһы, батшаларҙың Хакимы, Серҙәр асыусы, – тине.


Ерҙе ҡаплаған болот кеүек халҡым Исраилдың өҫтөнә ябырыласаҡһың. Эй Гог, киләсәк көндәрҙә һине Үҙ илемә килтерәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һинең аша Үҙемдең мөҡәддәслегемде күрһәтеп, Үҙемде танытамын Мин».


Күңелендәге ниәтен ғәмәлгә ҡылмайынса, Уны ахырына тиклем еткермәйенсә, Раббының ярһыулы асыуы ҡайтмаҫ. Киләсәк көндәрҙә һеҙ быны аңларһығыҙ.


Ә хәҙер үҙегеҙгә был йырҙың һүҙҙәрен яҙып алығыҙ һәм исраилдарға өйрәтегеҙ: әйҙә уны ҡабатлаһындар. Был йыр уларға ҡаршы Минең шаһитым булһын.


Башығыҙға ҡайғы килгәс, ошо һәләкәттәр ябырылғас, Раббы Аллағыҙға ҡайтырһығыҙ һәм Уның һүҙенә ҡолаҡ һалырһығыҙ.


Бик күп ваҡыттан һуң һин саҡырыласаҡһың. Йылдар уҙғас, һин һуғыштан арынып рәхәтлеккә сыҡҡан бер илгә һөжүм итәсәкһең. Ул илдең кешеләре күмәк халыҡ араһынан йыйып алынып, оҙаҡ ваҡыт буш ятҡан Исраил тауҙарына кире ҡайтарылған һәм барыһы ла имен-аман тормош кисергән булыр.


Ләкин киләсәк көндәрҙә Моавҡа элекке мул, имен тормошон ҡайтарырмын», – тип белдерә Раббы. Йермеяһтың Моав тураһындағы пәйғәмбәрлек һүҙҙәре ошонда тамамлана.


Бына үҙ яғыма ҡайтып китергә торам, кил, был халыҡтың һуңынан һинең халҡың менән ни ҡылырын һөйләп китәйем, – тине.


Йософ фирғәүенгә былай тине: – Фирғәүен күргән төштәрҙең мәғәнәһе бер. Алла һиңә алда күрәсәгеңде белдерә.


Эй халыҡтар Батшаһы, Һинән ҡурҡмаған берәйһе бармы? Һин быға лайыҡһың. Ҡәүемдәрҙең барса аҡыл эйәләре араһында, Бөтә батшалыҡтарҙа Һиңә оҡшашы юҡ!


Эйе, Даниилдан аҡыллыраҡһың; Һинән йәшерен бер ниндәй сер юҡ.


Батша ниндәй генә һорау бирмәһен һәм ниндәй генә йомаҡтың яуабын һорамаһын, уларҙың аҡылы һәм белеме батшалыҡтағы барлыҡ тылсым һәм сихыр эйәләренән ун тапҡырға өҫтөнөрәк булып сыҡты.


Был батшалар хакимлыҡ иткән осорҙа Күк Аллаһы мәңге емерелмәҫ бер батшалыҡ ҡорор һәм был батшалыҡ башҡа халыҡ ҡулына тапшырылмаҫ. Ул бөтә әүәлге батшалыҡтарҙы емереп бөтөр, үҙе мәңгелеккә ҡалыр.


Шуға ла һин тауҙан үҙенән-үҙе, кеше ҡулы теймәйенсә, бер таштың кителеп төшөп, тимер, баҡыр, балсыҡ, көмөш һәм алтынды селпәрәмә килтергәнен күргәнһең. Ҡөҙрәтле Алла батшаға ошо рәүешле киләсәктә нимәләр булырын белдереп ҡуйған. Был төш хаҡ, уны юралышы ла дөрөҫ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios