Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 2:22 - Башкирский ВЗ (неполный)

22 Тәрән һәм йәшерен серҙәрҙе аса, Ҡараңғылыҡта нимә булғанды белә, Яҡтылыҡ гел Уның хозурында.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

22 Тәрән һәм йәшерен серҙәрҙе аса, Ҡараңғылыҡта нимә булғанды белә, Яҡтылыҡ – гел Уның хозурында.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 2:22
37 Referencias Cruzadas  

Берәйһе Мин күрмәҫлек урынға боҫа аламы? Күк менән ер тултырып торған Мин түгелме ни? – тип белдерә Раббы.


Һинең батшалығыңда мөҡәддәс аллалар рухы менән һуғарылған бер кеше бар. Һинең атайың идара иткән саҡта уҡ уның яҡты аҡылға, зиһенгә эйә булғаны, мөҡәддәс аллаларҙың рухы менән Һуғарылғаны билдәле ине. Һинең атайың Навуходоносор уны тылсымсылар, сихырсылар, халдей аҡыл эйәләре, фал һалыусыларҙың башлығы итеп тәғәйенләне.


Яуызлыҡ эшләүселәр ҡырҡып ташланыр, Раббыға өмөт бағлаусы ерҙе мираҫ итеп алыр.


Батша шундай ауыр һорау бирә, уға, илаһтарҙан башҡа, бер кем дә яуап бирә алмаҫ, ә илаһтар кеше араһында йәшәмәй бит, – тине.


Мин яҡтылыҡты бар ҡылам, ҡараңғылыҡты яһайым; Именлек алып киләм, афәт күндерәм – Ошоларҙың барыһын эшләгән Раббы Мин.


Ҡайҙа, боттарығыҙҙы алып килегеҙ, Беҙгә ниҙәр буласағын әйтеп бирһен; Булып үткәндәрҙе һөйләһендәр, Төшөнәйек, аҙағын беләйек, Беҙгә киләсәк тураһында хәбәр итһендәр.


Уға йырлағыҙ, көй сығарығыҙ, Бөтә мөғжизәләрен бәйән итегеҙ!


Һиндә илаһи рух, ҙур ғилем, яҡты аҡыл һәм ғәжәйеп зирәклеккә эйәһең, тип ишеткәйнем.


Ҡарағыҙ, әүәл әйткәндәрем ғәмәлгә ашты. Инде хәҙер яңыларын иғлан итәм. Тормошҡа ашып өлгөрмәҫтән белдерәм».


Беҙ белһен өсөн был хаҡта Кемегеҙ алдан уҡ хәбәр итте? Беҙ: „Ул хаҡлы булған“, – тип әйтә алһын өсөн Был турала алдан уҡ белдерҙе? Әйтеүсе лә, иғлан итеүсе лә, Һүҙҙәрегеҙҙе ишетеүсе лә булманы.


– Был минең ҡөҙрәтемдә түгел, – тине Йософ. – Фирғәүенгә хәйерле яуапты Алла Үҙе бирер.


Төндә Даниилға бер күренмеш иңде һәм теге сер йомғағы һүтелде. Шунда Даниил Күк Аллаһына шөкөрана ҡылды.


Батша Даниилға: – Һин был серҙе аса алғанһың икән, тимәк, ысынлап та, һеҙҙең Аллағыҙ – аллаларҙың Аллаһы, батшаларҙың Хакимы, Серҙәр асыусы, – тине.


Раббы көслө ярһыу, тыйғыһыҙ нәфрәт менән уларҙы илдәренән ҡыуып сығарып ебәрҙе һәм бөгөнгөләй башҡа ерҙәргә һөрҙө».


Кем аҡыллы кеше менән тиңләшер, һәр нәмәнең асылын кем аңлатыр? Аҡыл кешенең йөҙөн нурландыра, сырайының ҡырыҫлығын юя.


«Мине саҡыр, һиңә яуап ҡайтарырмын. Һин белмәгән бөйөк серҙәрҙе һиңә әйтермен».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios