Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 2:19 - Башкирский ВЗ (неполный)

19 Төндә Даниилға бер күренмеш иңде һәм теге сер йомғағы һүтелде. Шунда Даниил Күк Аллаһына шөкөрана ҡылды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Төндә Даниилға бер күренмеш иңде, һәм теге сер йомғағы һүтелде. Шунда Даниил Күк Аллаһына шөкөрана ҡылды.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 2:19
16 Referencias Cruzadas  

– Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. – Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа, Мин уға күренмештә асылам, Уның менән төшөндә һөйләшәм.


Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.


Артабан мин төнгө күренмешемдә дүртенсе януарҙы – ҡот осҡос, дәһшәтле, сағыштырғыһыҙ ҡеүәтле йән эйәһен күрҙем. Уның ауыҙында ҙур тимер тештәр булып, ул бар нәмәне ялмап ашап, емереп бара, ҡалғанын аяҡтары менән тапай. Ул әүәлге януарҙарҙың береһенә лә оҡшамағайны, башында ун мөгөҙө бар ине.


Алла был дүрт үҫмергә – аҡыл, һәр төрлө яҙмаға, уҡыуға һәләт, зирәклек, Даниилға иһә быларҙың барыһына өҫтәп һәр төрлө күренмештәрҙе һәм төштәрҙе юрау оҫталығы ла бирҙе.


Уның япраҡтары ғәжәп матур, Мул емешенән донъя туҡлана. Төбөндә ҡырағай януарҙар йыйыла, Ботаҡтары араһында ҡоштар оя ҡора, Һәр йән эйәһе шунда үҙенә ризыҡ таба.


Тәрән һәм йәшерен серҙәрҙе аса, Ҡараңғылыҡта нимә булғанды белә, Яҡтылыҡ гел Уның хозурында.


Ун ике айҙан һуң ул Бабилдағы батша һарайының башында йөрөп ята ине.


Даниил былай тип бәйән итте: – Мин төшөмә ингән күренмештә дүрт күк еленең бөйөк диңгеҙҙе ҡоторондорғанын күрҙем.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios