Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 12:7 - Башкирский ВЗ (неполный)

7 Шунан мин йылға һыуҙары өҫтөндә торған етен кейемле заттың яуабын ишеттем. Ике ҡулын күккә күтәреп, ул Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Барыһы ла бер мөҙҙәттән, ике мөҙҙәттән һәм ярты мөҙҙәттән, изге халыҡтың көс-ҡеүәтен һындырыу туҡтағас, тамамланыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Шунан мин йылға һыуҙары өҫтөндә торған етен кейемле заттың яуабын ишеттем. Ике ҡулын күккә күтәреп, ул Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Барыһы ла бер йылдан, ике йылдан һәм ярты йылдан, изге халыҡтың көс-ҡеүәтен һындырыу туҡтағас тамамланыр.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 12:7
30 Referencias Cruzadas  

Тора-бара ул Юғарыларҙан Юғарыға ҡаршы һүҙ һөйләр һәм Юғарыларҙан Юғарының изгеләрен ҡыҫырыҡлар, байрамдарҙы һәм ҡанунды үҙгәртергә ниәтләр. Изгеләр бер мөҙҙәткә, ике мөҙҙәт тә йәнә ярты мөҙҙәткә уның ҡул аҫтына бирелер.


Үҙ көсө менән булмаһа ла, Ул ныҡлап аяҡҡа баҫыр, Ҡот осҡорлоҡ емереклектәр ҡылыр, Ғәмәлдәрендә уңыш ҡаҙаныр, Көслөләрҙе лә, мөҡәддәс халыҡты ла ҡырыр.


Хәҙер инде мин, Навуходоносор, Күк Батшаһына дан, хөрмәт һәм маҡтау йырлайым: Уның ғәмәлдәре хаҡ, юлдары ғәҙел, Ул тәкәбберҙе буйһондорорға ҡөҙрәтле.


Ихлас, ғәҙел һәм тоғро рәүештә „Тере Раббы шаһит!“ тип ант итһәң, Шул сағында ҡәүемдәр Минең фатихамды алырҙар, Минең менән маҡтанырҙар».


Сион халҡын „Раббы йолоп алған изге халыҡ“ тиерҙәр. Ә һине, Йәрүсәлим, „Алланың һөйөклөһө, ташланмаған ҡала“ тип атарҙар».


Ул һине хөрмәттә, шөһрәттә һәм күркәмлектә Үҙе донъяға яратҡан барлыҡ ҡәүемдәрҙән өҫтөн ҡуясағын һәм, әйткән һүҙе буйынса, Үҙе өсөн һайлап алған халҡы итәсәген белдерҙе.


Сөнки һин – Аллаң Раббы өсөн изге халыҡ. Аллаң Раббы һине ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итер өсөн һайлап алды.


Уларҙың берәүһе йылға һыуҙары өҫтөндә торған етен кейемле заттан: – Был ғәжәйеп хәлдәр ҡасан бөтөр икән? – тип һорай.


сөнки төньяҡ батша яңынан элеккеһенән дә ҙурыраҡ ғәскәр йыйыр. Бер нисә йылдан ул ныҡ ҡоралланған күп һанлы яугирҙәре менән ул һөжүм итер.


Тегеһе: – Ике мең дә өс йөҙ тапҡыр кистәр етеп таңдар атҡансы. Шунан Изге торлаҡ үҙенең асылдағы хәленә ҡайтарыласаҡ, – тип яуап бирҙе.


Ҡулымды күккә күтәреп, Мәңге йәшәүем менән ант итәм:


Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Исраилды һайлап алған көнөмдә, ҡулымды күтәреп Яҡуп тоҡомона ант иттем, Мысыр ерендә уларға Үҙемде таныттым: „Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ!“ – тип ант иттем.


Ҡарағайным – күрәм: етен кейем кейгән, билен Уфаз алтынан яһалған билбау менән быуған бер зат тора.


Мин тыңланым, ләкин аңламаным. Шуға ла: – Хакимым, нимә менән бөтәсәк һуң былар? – тип һораным.


Үҙ халҡының хәлһеҙләнгәнен, әсирҙәренең дә, азаттарының да ҡалмағанын күргәс, Раббы уларҙы ҡыҙғаныр, Үҙенең ҡолдарын яҡлар.


– Ваҡыт үтә торҙо, бер саҡ мин, Навуходоносор, күккә баҡтым – шунда уҡ зиһенем асылды. Мин Юғарыларҙан Юғарыға рәхмәт әйттем, Мәңге Йәшәүсене данланым һәм маҡтаным: Уның хакимлығы – мәңгелек, Уның батшалығы быуындан-быуынға ҡаласаҡ.


Мин был мөгөҙҙөң изгеләр менән һуғыш башлағанын һәм уларҙы Мәңгелек Зат килгәнгә тиклем еңеп барыуын күрҙем. Ул килгәс, Юғарыларҙан Юғарының изгеләре файҙаһына хөкөм сығарылды, батшалыҡты уларға биләп алырға ваҡыт етте.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios