Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 11:36 - Башкирский ВЗ (неполный)

36 Ә төньяҡ батша ни теләһә, шуны ҡылыр. Һауаланып китер, үҙен бар илаһтарҙан юғары ҡуйыр, аллалар Аллаһына ҡаршы әшәке һүҙ һөйләр. Ул уңышҡа өлгәшер, асыу көндәре үтеп киткәнсе шулай булыр, сөнки алдан билдәләнгән нәмә ҡылынмай ҡалмаҫ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

36 Ә төньяҡ батша ни теләһә, шуны ҡылыр. Һауаланып китер, үҙен бар илаһтарҙан юғары ҡуйыр, аллалар Аллаһына ҡаршы әшәке һүҙ һөйләр. Ул уңышҡа өлгәшер, асыу көндәре үтеп киткәнсе шулай булыр, сөнки алдан билдәләнгән нәмә ҡылынмай ҡалмаҫ.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 11:36
47 Referencias Cruzadas  

– Хәҙер мин һиңә асыу көндәренең ахырында, ваҡыттарҙың аҙағында ни булырын әйтәсәкмен, – тине. –


Сөнки Раббы Аллағыҙ – ул аллаларҙың Аллаһы, хакимдар Хакимы, бөйөк, ҡөҙрәтле һәм дәһшәтле Алла. Ул кемдең кем икәненә ҡарамай, ришүәт тә алмай.


Ә һөжүм иткән батша үҙе теләгәнде ҡылыр, уға бер кем ҡаршы тора алмаҫ. Ул Гүзәл илдә нығыныр, һәм ил тотош уның хакимлығында ҡалыр.


Батша Даниилға: – Һин был серҙе аса алғанһың икән, тимәк, ысынлап та, һеҙҙең Аллағыҙ – аллаларҙың Аллаһы, батшаларҙың Хакимы, Серҙәр асыусы, – тине.


Эсеңдән әйткән инең: „Күккә ашырмын, Тәхетемде Алланың йондоҙҙарынан да юғарыраҡ ҡуйырмын, Алыҫ төньяҡта, илаһтар йыйылған тауҙа ултырырмын,


Оҙаҡламай, бик тиҙҙән һеҙгә булған асыуым үтер, Ярһыуым Ашшурҙы юҡ итеүгә йүнәлер.


Ошонда тал ботаҡтарына Лирабыҙҙы аҫып ҡуя инек.


Шунан мин йылға һыуҙары өҫтөндә торған етен кейемле заттың яуабын ишеттем. Ике ҡулын күккә күтәреп, ул Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Барыһы ла бер мөҙҙәттән, ике мөҙҙәттән һәм ярты мөҙҙәттән, изге халыҡтың көс-ҡеүәтен һындырыу туҡтағас, тамамланыр.


Шунан һуң ҡеүәтле батша килер, ғәйәт ҙур ерҙәрҙә хакимлыҡ итер һәм үҙе ни теләй, шуны эшләр.


Мин уның көнбайыш, төньяҡ һәм көньяҡ тарафтарға боролоп һөҙгәнен, уға бер ниндәй хайуандың да ҡаршы тора алмағанын күрҙем. Унан ҡотолоу юҡ; ул нимә теләй, шуны эшләй, торған һайын көсәйә бара.


Мин был мөгөҙҙәргә текләп торған арала, улар араһында бәләкәс кенә тағы бер мөгөҙ үҫеп сыҡты ла элекке мөгөҙҙәрҙең өсәүһе уға урын бирер өсөн төбө-тамыры менән йолҡоноп алынды. Әлеге мөгөҙҙөң, кешенеке кеүек, күҙҙәре, тәкәббер һөйләшкән ауыҙы бар ине.


Баштан уҡ ахырҙа ниҙәр булырын һөйләп киләм; Борон замандарҙан алып Ни булырын алдан белдерәм: „Ниәтемде ғәмәл итәм, Нимә теләйем – бойомға ашырам“, – тип әйтеүсе Мин.


Эй халҡым, өйөңә ҡас, ишегеңде биклә, Раббының асыуы күпкә түгел, Ул үткәнсе генә йәшенеп тор.


Кеше йөрәгендә ниәттәр күп, әммә Раббы ихтыяр иткәне генә бойомға аша.


Раббынан ҡурҡығыҙ, Уның изге бәндәләре, Унан ҡурҡҡандар мохтажлыҡ күрмәҫ.


Ауыҙығыҙ менән Миңә ҡаршы тәкәббер һөйләндегеҙ, Минең хаҡта хурлыҡлы һүҙҙәр әйттегеҙ. Мин быны ишеттем».


Алла уға биргән бөйөклөк алдында барлыҡ халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр ҡурҡып ҡалтырап торҙо: батша кемде теләне, шуны үлтерҙе, кемде теләне – тере ҡалдырҙы, кемде теләне – үрләтте, кемде теләне – төшөрҙө.


Ләкин ул тәкәбберләнде, эреләнеп, һауаланып китте, шуға ла батша тәхетенән төшөрөлдө һәм үҙенең бар шөһрәтенән мәхрүм ителде.


Ул үҙ атайҙарының илаһтарын да, ҡатын-ҡыҙҙар яратҡан илаһты ла һанға һуҡмаҫ, башҡа бер ниндәй аллаға ла хөрмәт күрһәтмәҫ, сөнки үҙен барыһынан өҫтөн һанар.


«Ҡайғы Ашшурға – асыуымдың күҫәгенә! Ярһыуымдың таяғы – уның ҡулында!


Шулай Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Был алдан билдәләнгән һәләкәтте Бөтә ер йөҙөндә ғәмәлгә ашырасаҡ.


Болоттарҙан да өҫкәрәк менермен, Юғарыларҙан Юғарыға тиң булырмын“.


Тофеҫ инде күптән әҙерләнгән, Батшаны ҡабул итер өсөн ул әҙер тора. Ул ер тәрәнәйтелде һәм киңәйтелде; Усағында утыны менән ҡуҙы күп; Раббының һулышы көкөрт ағымы кеүек Уны ялҡынландырып ебәрер.


Илаһ Мөләхкә зәйтүн майы ташының, Хуш еҫле майҙарҙы муллап исрафланың. Илселәреңде йыраҡҡа оҙаттың, Үлеләр донъяһына тиклем төшөрҙөң.


– Эй әҙәм улы, Тирҙың хакимына әйт! Раббы Хаким былай ти: «Һин тәкәбберләнеп киттең: „Мин – алламын, Диңгеҙҙәрҙең ҡуйынында Алла тәхетендә ултырам“, – тинең. Аҡылың менән үҙеңде Аллаға тиңмен тип һанаһаң да, Һин алла түгел, әҙәмһең.


Ҡара, Мин илгә бер көтөүсе ҡуям: ул бәлә-ҡазаға юлыҡҡандарға ярҙам итмәҫ, аҙашҡандарҙы эҙләмәҫ, имгәнгәндәрҙе дауаламаҫ, һауҙарҙың тамағын ҡайғыртмаҫ. Һимеҙҙәренең итен ашар, хатта тояҡтарына тиклем ҡуптарып алыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios