Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 11:30 - Башкирский ВЗ (неполный)

30 Унда киттиҙәрҙең караптары килер, ул ҡурҡып кире сигенер. Уның Изге килешеүгә ҡарата асыуы ҡабарыр, һәм ул ниәтен бойомға ашырыу өсөн эш итә башлар. Ҡайтып барғанда, Изге килешеүҙән тайпылғандарға илтифатын күрһәтер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

30 Унда киттиҙәрҙең караптары килер, ул ҡурҡып кире сигенер. Уның Изге килешеүгә ҡарата асыуы ҡабарыр, һәм ул ниәтен бойомға ашырыу өсөн эш итә башлар. Ҡайтып барғанда, Изге килешеүҙән тайпылғандарға илтифатын күрһәтер.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 11:30
13 Referencias Cruzadas  

Яуандың ул-нәҫелдәре: Әлиша, Таршиш, шулай уҡ киттиҙәр һәм доданиҙар.


Киттимдән караптар килер, Ашшурҙы ла, Ғевәрҙе лә ауыҙлыҡлар; Тик уларға ла һәләкәт килер!


Төньяҡ батша бай табыш менән ҡайтып китер һәм Изге килешеүгә ҡул һуҙмаҡ булыр, бының өсөн ғәмәлдәр ҡылыр. Шунан ул иленә ҡайтыр.


Барығыҙ, киттиҙәр йәшәгән утрауға, ҡарағыҙ; Ҡыдарға кешеләр ебәрегеҙ; Төпсөнһөндәр, белеп килһендәр: Бындайҙың берәй ҡасан булғаны бармы?


«Эй мәсхәрә ителгән ғиффәтле Сидон-ҡыҙ, Бүтән кәйеф-сафа ҡора алмаҫһың! Тор, Киттимға юллан, Тик унда ла тынғылыҡ тапмаҫһың».


Тир ҡалаһы тураһында әүлиәлек. Эй Таршиш караптары, ҡысҡырып илағыҙ! Һеҙ Киттимдән ҡайтышлай ишеткән хәбәр дөрөҫ, Баш ҡалағыҙ емерелде, бер генә йорт та ҡалманы.


Тора-бара ул Юғарыларҙан Юғарыға ҡаршы һүҙ һөйләр һәм Юғарыларҙан Юғарының изгеләрен ҡыҫырыҡлар, байрамдарҙы һәм ҡанунды үҙгәртергә ниәтләр. Изгеләр бер мөҙҙәткә, ике мөҙҙәт тә йәнә ярты мөҙҙәткә уның ҡул аҫтына бирелер.


Ишкәктәрең Башан имәненән; Палубаң фил һөйәге менән биҙәлгән, Киттим ярҙарынан килтерелгән Кипарис ағасынан яһалған.


Билдәләнгән ваҡытта ул йәнә көньяҡҡа йүнәлер, ләкин хәҙер инде элеккесә булмаҫ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios