Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 11:21 - Башкирский ВЗ (неполный)

21 Унан һуң тәхеткә батшалыҡҡа хоҡуғы булмаған бер хөрт әҙәм ултырыр. Ул көтмәгәндә килер һәм батшалыҡты хәйлә менән баҫып алыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

21 Унан һуң тәхеткә батшалыҡҡа хоҡуғы булмаған бер хөрт әҙәм ултырыр. Ул көтмәгәндә килер һәм батшалыҡты хәйлә менән баҫып алыр.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 11:21
17 Referencias Cruzadas  

Ошо мәлдә улар бер аҙ ярҙам алыр, һәм күптәр уларға ҡушылыр, уларға ҡушылғандарҙың күбеһе ике йөҙлө булып сығыр.


Хәйләкәрлеге арҡаһында, Мәкерле эштәрендә уңыш ҡаҙаны, Үҙен бөйөктәргә тиңләр. Көтмәгәндә ул күптәрҙе харап итер, Хакимдарҙың Хакимына ҡаршы күтәрелер. Ләкин ул һәләк ителер – әммә кеше ҡулынан түгел.


Ә һинең хаҡта, Ниневе, Раббы бына ниндәй әмер бирҙе: – Исемең юғаласаҡ, вариҫтарың булмаясаҡ. Илаһтарың ҡорамынан һындарыңды, Ҡойма илаһтарыңды һепереп түгәм; Ә үҙеңә ҡәбер әҙерләйем, Сөнки һин бик әшәке затһың.


Килешеүгә хыянат иткәндәрҙе ул юхалап үҙенә ҡаратыр. Әммә үҙ Аллаһына тоғролар көслө булыр һәм уға ҡаршы торор.


Икенсе берәү тәхеткә ултырыр һәм, батшалыҡтың күркәмлеген һаҡлар өсөн, һалым йыйыусыны ил буйлап ебәрер. Бер аҙҙан был батша ла юҡ ителер, ләкин берәүҙең асыу-ярһыуынан йәки яуҙа түгел.


Уның тамырынан үҫеп сыҡҡан үрентеләрҙең береһе тәхеткә ултырыр. Ул төньяҡ батша ғәскәренә ҡаршы сығыр һәм уның ҡәлғәһенә баҫып инер – уларға һөжүм итеп еңеү яулар.


Был батшалыҡтарҙың ахырында, Ҡылған золомдары хаттин ашҡас, Оятһыҙ ҡарашлы, мәкергә оҫта батша тәхеткә ултырыр.


Уларҙың берәүһендә тағы бер мөгөҙ үҫеп сыҡты; тәүҙә ул бәләкәй генә ине, артабан үҫә-үҫә көньяҡты, көнсығышты һәм Гүзәл илде яғына йәйелде.


Мин был мөгөҙҙәргә текләп торған арала, улар араһында бәләкәс кенә тағы бер мөгөҙ үҫеп сыҡты ла элекке мөгөҙҙәрҙең өсәүһе уға урын бирер өсөн төбө-тамыры менән йолҡоноп алынды. Әлеге мөгөҙҙөң, кешенеке кеүек, күҙҙәре, тәкәббер һөйләшкән ауыҙы бар ине.


Инде ахмаҡты – арҙаҡлы, Ҡәбәхәтте хөрмәтле тимәҫтәр.


Ят илаһтарға эйәргәндәрҙең хәсрәте артыр. Мин боттарға ҡанлы ҡорбандар килтермәм, Исемдәрен телемә лә алмам.


Һин төшөңдә күргән ҡеүәтле һәм бөйөк, башы күктәргә олғашҡан, ерҙең һәр тарафынан күренеп торған,


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios