Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 11:17 - Башкирский ВЗ (неполный)

17 Ул, тотош батшалығының бөтә ҡеүәтен туплап, көньяҡ батшалыҡҡа эйә булырға ниәтләнеп, үҙенең дошманы менән килешеү төҙөшөр һәм, уны харап итер өсөн, ҡыҙын уға кейәүгә бирер, ләкин был маҡсаты барып сыҡмаҫ, бынан уға бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

17 Ул, тотош батшалығының бөтә ҡеүәтен туплап, көньяҡ батшалыҡҡа эйә булырға ниәтләнеп, үҙенең дошманы менән килешеү төҙөшөр һәм, уны харап итер өсөн, ҡыҙын уға кейәүгә бирер, ләкин был маҡсаты барып сыҡмаҫ, бынан уға бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 11:17
15 Referencias Cruzadas  

Йөҙөңдө ҡамауҙағы Йәрүсәлимгә табан бор, еңеңде төр ҙә, ҡулыңды күтәреп уға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит.


Шунан тимер таба ал. Уны үҙең менән ҡала араһына тимер диуар кеүек итеп ҡуй ҙа йөҙөңдө уға табан бор. Әйҙә ҡала ҡамалышта булһын, уны һин ҡамалышта тотасаҡһың! Был Исраил нәҫеле өсөн билдә булыр.


Төньяҡ батша үҙ иленең нығытмаларына табан кире боролор, ләкин еңелеүгә осрар, ҡолар һәм юҡҡа сығыр.


Алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үткәс, мәсехләнгән хакимдың ғүмере киҫелер, уның менән бер кем ҡалмаҫ. Ҡала ла, Изге торлаҡ та киләһе хакимдың халҡы тарафынан тар-мар ителер. Алдан билдәләп ҡуйылған был һәләкәт туфан кеүек булыр, һуғыш бөткәнсе афәт дауам итер.


– Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Ғаммон халҡына табан бор, уларға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит.


Бабилдар бик күптәрҙе ҡырыр өсөн тупраҡтан ҡамау убалары өйгәндә, ҡаланы уратып нығытмалар төҙөгәндә, фирғәүен ҡеүәтле ғәскәре һәм күп һанлы яугирҙәре менән һуғышта уға ярҙамсы булмаясаҡ.


Кеше йөрәгендә ниәттәр күп, әммә Раббы ихтыяр иткәне генә бойомға аша.


Эй уян һин, рухым, уян! Уян, лирам, уян арфам, Таңғы шәфәҡте мин уятайым!


Барыһының да уйында – золом, Көнсығыш еле һымаҡ еләләр, Әсирҙәрҙе ҡом һымаҡ һепереп баралар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios