Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 11:16 - Башкирский ВЗ (неполный)

16 Ә һөжүм иткән батша үҙе теләгәнде ҡылыр, уға бер кем ҡаршы тора алмаҫ. Ул Гүзәл илдә нығыныр, һәм ил тотош уның хакимлығында ҡалыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Ә һөжүм иткән батша үҙе теләгәнде ҡылыр, уға бер кем ҡаршы тора алмаҫ. Ул Гүзәл илдә нығыныр, һәм ил тотош уның хакимлығында ҡалыр.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 11:16
11 Referencias Cruzadas  

Уларҙың берәүһендә тағы бер мөгөҙ үҫеп сыҡты; тәүҙә ул бәләкәй генә ине, артабан үҫә-үҫә көньяҡты, көнсығышты һәм Гүзәл илде яғына йәйелде.


һәм Гүзәл илгә килеп етер. Унан күптәр зыян күрер, әммә Эдом, Моав, шулай уҡ Ғаммон иленең байтаҡ өлөшө уның ҡулынан ҡотолоп ҡалыр.


Ә төньяҡ батша ни теләһә, шуны ҡылыр. Һауаланып китер, үҙен бар илаһтарҙан юғары ҡуйыр, аллалар Аллаһына ҡаршы әшәке һүҙ һөйләр. Ул уңышҡа өлгәшер, асыу көндәре үтеп киткәнсе шулай булыр, сөнки алдан билдәләнгән нәмә ҡылынмай ҡалмаҫ.


Шунан һуң ҡеүәтле батша килер, ғәйәт ҙур ерҙәрҙә хакимлыҡ итер һәм үҙе ни теләй, шуны эшләр.


Мин уның һарыҡ тәкәһенә яҡынайғанын, ярһып уға ташланғанын һәм һөҙөп уның ике мөгөҙөн дә һындырғанын күрҙем. Һарыҡ тәкәһе уның алдында тороп сыҙай алманы: кәзә тәкәһе уны йығып тапай башланы – һарыҡ тәкәһен ҡотҡарырҙай һис кем юҡ ине.


Мин уның көнбайыш, төньяҡ һәм көньяҡ тарафтарға боролоп һөҙгәнен, уға бер ниндәй хайуандың да ҡаршы тора алмағанын күрҙем. Унан ҡотолоу юҡ; ул нимә теләй, шуны эшләй, торған һайын көсәйә бара.


Ул диңгеҙ менән гүзәл изге тауҙың араһында батша сатырҙары ҡорор. Ләкин уның ахыры килер, һәм уға бер кем дә ярҙам итмәҫ.


«Мин, Раббы, эсемдән генә былай тигәйнем: «Ни тиклем һине Үҙ балаларым араһына ултыртырға, Һиңә гүзәл ерҙе – Ҡәүемдәрҙең ғәжәйеп биләмәһен бирергә теләгәйнем. Мине „Атай“ тиеп өндәшерһең, Минән айырылмаҫһың, тип уйлаған инем.


Бөтә Йәһүҙә еренә йәйелеп, Уның боғаҙына етәсәк. Ғәскәрҙәр, ҡанаттарын йәйеп, Бөтөн илеңә туласаҡ, эй Ғиммануил!


Алла уға биргән бөйөклөк алдында барлыҡ халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр ҡурҡып ҡалтырап торҙо: батша кемде теләне, шуны үлтерҙе, кемде теләне – тере ҡалдырҙы, кемде теләне – үрләтте, кемде теләне – төшөрҙө.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios