Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 11:15 - Башкирский ВЗ (неполный)

15 Төньяҡ батша килер, уба өйөр һәм нығытылған ҡаланы баҫып алыр; көньяҡ батша ғәскәренең көсө етмәҫ, хатта иң ҡаһарман яугирҙәр ҙә түҙеп тора алмаҫ.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

15 Төньяҡ батша килер, уба өйөр һәм нығытылған ҡаланы баҫып алыр; көньяҡ батша ғәскәренең көсө етмәҫ, хатта иң ҡаһарман яугирҙәр ҙә түҙеп тора алмаҫ.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 11:15
11 Referencias Cruzadas  

Бабилдар бик күптәрҙе ҡырыр өсөн тупраҡтан ҡамау убалары өйгәндә, ҡаланы уратып нығытмалар төҙөгәндә, фирғәүен ҡеүәтле ғәскәре һәм күп һанлы яугирҙәре менән һуғышта уға ярҙамсы булмаясаҡ.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ағас ҡырҡығыҙ, Йәрүсәлимде ҡамап уба ҡороғоҙ. Был ҡала язаланырға тейеш; Уның эсе тулы йәбер-золом.


Рәсемдәге ҡаланы ҡамап ал: нығытмалар төҙө, уба яһа, тупламдар ҡор, һәр тарафтан диуар емерә торған ҡоролмалар урынлаштыр.


Йылдар үтер, һәм килешеү төҙөлөр. Был килешеүҙе нығытыр өсөн, көньяҡ батшаның ҡыҙы төньяҡ батшаға кейәүгә сығыр. Ләкин көньяҡ батшаның ҡыҙы хакимлыҡты үҙ ҡулында тота алмаҫ, хәйер, көньяҡ батша үҙе лә бирешер: шундай ваҡыт етер – ҡыҙ үҙе лә, уны оҙатып килгәндәр ҙә, уның балаһы ла, уны яҡлағандар ҙа юҡ ителер.


Мин уның һарыҡ тәкәһенә яҡынайғанын, ярһып уға ташланғанын һәм һөҙөп уның ике мөгөҙөн дә һындырғанын күрҙем. Һарыҡ тәкәһе уның алдында тороп сыҙай алманы: кәзә тәкәһе уны йығып тапай башланы – һарыҡ тәкәһен ҡотҡарырҙай һис кем юҡ ине.


Сидкияһ хакимлығының туғыҙынсы йылында, унынсы айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһы Навуходоносор, бөтә ғәскәре менән килеп, Йәрүсәлимдең әйләнәһенә туплам булып урынлашты һәм уратып уба ҡорҙо.


Дошмандың ҡаланы уратып ҡорған убаларына һәм ҡылысына ҡаршы торор өсөн халыҡ, өйҙәрен һәм Йәһүҙә батшаларының һарайҙарын емереп, ҡала диуарҙарын нығытты. Ул турала Исраил Аллаһы Раббы былай ти:


Барығыҙ уның йөҙөм баҡсаларына, ҡырығыҙ, Әммә тотош төпләмәгеҙ. Ботаҡтарын ботарлап ташлағыҙ, Инде улар Раббыныҡы түгел.


Ул замандарҙа күптәр көньяҡ батшаға ҡаршы күтәрелер. Һинең халҡың араһынан да фетнәселәр, күренмеште үтәү йөҙөнән, күтәрелгән булыр, ләкин уңышһыҙлыҡҡа осрар.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios