Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 11:12 - Башкирский ВЗ (неполный)

12 Был ғәскәр еңелгәндән һуң, көньяҡ батша һауаланып китер. Ул тиҫтәләрсә мең яугирҙы юҡ итер, ләкин уңыштары оҙаҡҡа бармаҫ,

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

12 Был ғәскәр еңелгәндән һуң, көньяҡ батша һауаланып китер. Ул тиҫтәләрсә мең яугирҙе юҡ итер, ләкин уңыштары оҙаҡҡа бармаҫ,

Ver Capítulo Copiar




Даниил 11:12
19 Referencias Cruzadas  

Хәйләкәрлеге арҡаһында, Мәкерле эштәрендә уңыш ҡаҙаны, Үҙен бөйөктәргә тиңләр. Көтмәгәндә ул күптәрҙе харап итер, Хакимдарҙың Хакимына ҡаршы күтәрелер. Ләкин ул һәләк ителер – әммә кеше ҡулынан түгел.


Һин хаттин ашып Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның.


Матурлығыңа маһайып эреләндең, Балҡышыңдан юйылды аҡылың. Шуға күрә һине ергә бәрҙем; Батшалар алдында хур иттем.


Сауҙаға һәләтең менән Зиннәттәреңде арттырҙың. Әммә байлығың арҡаһында тәкәбберләндең.


– Эй әҙәм улы, Тирҙың хакимына әйт! Раббы Хаким былай ти: «Һин тәкәбберләнеп киттең: „Мин – алламын, Диңгеҙҙәрҙең ҡуйынында Алла тәхетендә ултырам“, – тинең. Аҡылың менән үҙеңде Аллаға тиңмен тип һанаһаң да, Һин алла түгел, әҙәмһең.


Тәкәбберлек артынан һәләкәт килә, маһайыуҙың һуңы иһә – хурлыҡ.


ҡара уны, йөрәгең тәкәбберләнеп Раббыны, һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаңды, онота күрмә.


Көньяҡ батша, асыуы ҡабынып, төньяҡ батша менән һуғышҡа инер. Тегеһе ҙур сиреү туплар, әммә был ғәскәрҙәр дошман ҡулына тапшырылыр.


сөнки төньяҡ батша яңынан элеккеһенән дә ҙурыраҡ ғәскәр йыйыр. Бер нисә йылдан ул ныҡ ҡоралланған күп һанлы яугирҙәре менән ул һөжүм итер.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios