Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 10:16 - Башкирский ВЗ (неполный)

16 Шунан килеш-килбәте менән кешегә оҡшаған берәү иренемә ҡағылды. Мин ауыҙымды асып алдымда торған затҡа: – Хакимым! Күренмеш мәлендә мине тотош көҙән йыйырҙы, хәлһеҙлек солғап алды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

16 Шунан килеш-килбәте менән кешегә оҡшаған берәү иренемә ҡағылды. Мин, ауыҙымды асып, алдымда торған затҡа: – Хакимым! Күренмеш мәлендә мине тотош көҙән йыйырҙы, хәлһеҙлек солғап алды.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 10:16
29 Referencias Cruzadas  

Был күренмеште күргәс, мин, Даниил, уның мәғәнәһен төшөнмәк булып башымды ҡатырып тора инем. Ҡапыл минең алдымда кеше ҡиәфәтендәге бер зат пәйҙә булды,


Уның менән иренемә ҡағылды ла: – Бына был ҡуҙ ауыҙыңа тейҙе, инде ғәйебең алынды, гонаһың ярлыҡанды, – тине.


Раббы, ҡулын һуҙып, иренемә ҡағылды ла былай тине: «Бына, һүҙҙәремде ауыҙыңа һалдым.


Мин, Даниил, шул тиклем ҡаҡшаным, хатта бер нисә көн ауырып яттым. Шунан тороп, йәнә батшаға хеҙмәт итә башланым. Күргән төшөмдән ҡотом алынып йөрөнөм, ләкин уның асылын аңламаным.


Тегеһе мин торған ергә килде. Ул яҡынайғас, мин ҡурҡыуымдан йөҙтүбән ергә ҡапландым. Ул миңә: – Бел, эй әҙәм улы, был күренмеш – ахыр замандар тураһында, – тине.


Ошо урында хикәйәт тамам. Мине, Даниилды, ҡурҡыу солғап алды, йөҙөм ҡараңғыланып китте. Мин быларҙың бөтәһен дә күңелемә һалып ҡуйҙым.


Мин, Даниил, хафаға ҡалдым – күргәндәрем мине ҡурҡытты.


Мин тыңланым, ләкин аңламаным. Шуға ла: – Хакимым, нимә менән бөтәсәк һуң былар? – тип һораным.


Шул саҡ, мин доға ҡылғанда, миңә ебәрелгән Ябраил – тәүге күренмешемдә күренгән зат, яныма етеҙ генә килде. Был хәл киске ҡорбан килтереү мәлендә булды.


Бынан бер көн элек, кискеһен, ул ҡасҡын яныма килгәнгә тиклем, Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Иртәнсәк ул кеше яныма килмәҫтән алда Раббы телемде асты. Телем асылды, инде телһеҙ түгел инем.


Әммә Үҙем һинең менән һөйләшкәндә, ауыҙыңды асырмын. Уларға: «Раббы Хаким былай тип әйтә!» – тиерһең. Тыңлағандары тыңлаһын, тыңламағандары тыңламаһын, сөнки улар фетнәсел халыҡ.


Баштары осондағы көмбәҙ өҫтөндә гүйә зәңгәр яҡуттан яһалған тәхет кеүек нәмә бар. Юғарыла, ул тәхет шикелле нәмәлә, кешегә оҡшаған берәү ултыра.


Аҡыл күп булғанда, ҡайғы ла күп, Белемен арттырған – хәсрәтен арттыра.


– Эй бөйөк Хакимым! – тип ялбарҙы Муса. – Икенсе берәүҙе ебәрһәңсе.


Ләкин Муса Раббыға: – Эй бөйөк Хакимым! Телгә шәп түгелмен мин. Элек тә телгә оҫталығым юҡ ине, әле Һин мин ҡолоң менән һөйләшкәндә лә килешле итеп һөйләй белмәйем. Мин тотлоғам, һаҡаумын, – тип ялбарҙы.


ул һин ул, батшам. Һин бөйөк һәм ҡеүәтле, бөйөклөгөң асмандарға аша, хакимлығың ер сигенәсә йәйелә.


Ул миңә был һүҙҙәрҙе әйткәндә, мин аңымды юйып йөҙтүбән ерҙә ята инем. Ул, миңә ҡағылып, аяғыма баҫтырҙы ла:


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios