Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 10:14 - Башкирский ВЗ (неполный)

14 Мин һиңә ахыр көндәрҙә халҡың менән ни булырын аңлатыр өсөн килдем, сөнки был күренмеш – ана шул көндәр тураһында.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Мин һиңә ахыр көндәрҙә халҡың менән ни булырын аңлатыр өсөн килдем, сөнки был күренмеш – ана шул көндәр тураһында.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 10:14
20 Referencias Cruzadas  

Был кистәр һәм таңдар тураһында һиңә иңгән күренмеш хаҡ. Тик һин күргәнеңде сер итеп һаҡла; ул алыҫ киләсәк хаҡында.


Әммә күктәрҙә серҙәрҙе асыусы Алла бар һәм ахыр заманаларҙа нимә буласағын Навуходоносор батшаға Ул белдергән. Түшәгеңдә йоҡлап ятҡанда, һиңә түбәндәге төш һәм күренмештәр иңгән.


Сөнки һиңә күренгәндәр тәғәйен ваҡытҡа ҡарай, Ахыр хаҡында һөйләй, алдамай, Ҡапыл ғәмәлгә ашмаһа ла, үтәлеүен көт, Сөнки мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ.


Ул былай тип яуап бирҙе: – Бар кит, Даниил, был ахыр заманаларға тиклем йәшерелгән һәм мисәтләнгән.


Ә һин, Даниил, китапты мисәтләп ҡуй, был һүҙҙәрҙе ахыр көндәргә тиклем сер итеп һаҡла. Күп кешеләр шул ауыр осорҙоң асылына төшөнмәксе булып эҙләнеп йөрөр, яуызлыҡ ишәйер.


Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Халыҡтар уға ағылыр.


Шунан Исраил халҡы боролоп үҙҙәренең Аллаһы Раббыны, батшалары Дауытты эҙләйәсәк, Раббы һәм уның игелектәре алдында тетрәнеп киләсәктә Уға әйләнеп ҡайтасаҡ.


Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Барлыҡ тауҙарҙан бейегерәк ҡуйылыр, Бар түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Бөтә ҡәүемдәр уға ағылыр.


Башығыҙға ҡайғы килгәс, ошо һәләкәттәр ябырылғас, Раббы Аллағыҙға ҡайтырһығыҙ һәм Уның һүҙенә ҡолаҡ һалырһығыҙ.


Яҡуп улдарын саҡырып былай тине: – Эргәмә йыйылығыҙ, киләсәктә һеҙҙе ниҙәр көткәнен һөйләйем.


Фарсы батшаһы Кир хакимлығының өсөнсө йылында икенсе исеме Белтешассар булған Даниилға бер һүҙ асылды – оло һуғыш тураһында хаҡ хәбәр еткерелде. Даниил уның асылына үҙенә иңгән күренмеш аша төшөндө.


Миңә күрһәтмә биреп, ул былай тине: – Даниил! Мин һиңә ингән күренмеште төшөндөрөргә килдем.


Баштарына һанһыҙ михнәттәр, хәсрәттәр килгәндә, был йыр уларға ҡаршы шаһит булыр, сөнки балалары был йырҙы теленән төшөрмәҫ. Бирергә ант иткән ергә алып ингәнгә тиклем үк, Мин уларҙың нимә ниәтләгәнен беләм.


Сөнки мин үлгәндән һуң аҙырығыҙҙы, һеҙгә бойорған юлдан тайпылырығыҙҙы беләм. Ваҡыт үтеү менән һеҙҙе бәләләр ҡыуып етер, сөнки, Раббы алдында яманлыҡ ҡылып, Уны үҙегеҙҙең эштәрегеҙ менән асыуландырасаҡһығыҙ.


– Эй әҙәм улы, бына Исраил нәҫеле һинең турала: «Уға килгән күренмеш оҙаҡ йылдар үткәс кенә ғәмәлгә ашасаҡ, ул алыҫ киләсәк тураһында пәйғәмбәрлек итә», – тип әйтә.


һәм шул саҡ Улай йылғаһы өҫтөндә кемдеңдер: – Ябраил! Уға был күренмеште аңлатып бир, – тип әйткән тауышын ишеттем.


Бына үҙ яғыма ҡайтып китергә торам, кил, был халыҡтың һуңынан һинең халҡың менән ни ҡылырын һөйләп китәйем, – тине.


Ерҙе ҡаплаған болот кеүек халҡым Исраилдың өҫтөнә ябырыласаҡһың. Эй Гог, киләсәк көндәрҙә һине Үҙ илемә килтерәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һинең аша Үҙемдең мөҡәддәслегемде күрһәтеп, Үҙемде танытамын Мин».


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios