Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 1:7 - Башкирский ВЗ (неполный)

7 Һарай хеҙмәтселәре башлығы уларға яңы исемдәр ҡушты: Даниилды – Белтешассар, Хананъяһты – Шадрах, Мишаилды – Мешах, Ғазаръяһты Ғавед-Него тип йөрөтә башланылар.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

7 Һарай хеҙмәтселәре башлығы уларға яңы исемдәр ҡушты: Даниилды – Белтешассар, Хананъяһты – Шадрах, Мишаилды – Мешах, Ғазаръяһты Ғавед-Него тип йөрөтә башланылар.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 1:7
13 Referencias Cruzadas  

Батша Даниилды Белтешассар тип йөрөттө, ул тиңдәшһеҙ рухҡа, төш юрау, төрлө серҙәрҙе аңлатыу, ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын күрһәтеү өлкәһендә белемгә һәм зиһенгә эйә ине. Әйҙә, Даниилды саҡырһындар – ул яҙыуҙың мәғәнәһен аңлатып бирер.


Ул шул тиклем ҡеүәтле һәм бөйөк, Башы күктәргә олғашҡан, Ерҙең һәр тарафынан күренеп тора.


Даниилдың үтенесе буйынса батша Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоға Бабил өлкәһендәге эштәргә идара итеү бурысын йөкмәтте, ә Даниил үҙе батша һарайында хеҙмәттә ҡалды.


Батша Һарай хеҙмәтселәре башлығы Ашпеназға һөргөндәге исраилдар араһынан батша тоҡомона һәм юғары ҡатлам кешеләренә ҡараған ғаиләләрҙән егеттәр һайлап алырға ҡушты.


Батша икенсе исеме Белтешассар булған Даниилдан: – Һин ысынлап та минең ниндәй төш күргәнемде һөйләп, уның нимә аңлатҡанын юрай алаһыңмы? – тип һораны.


Фирғәүен Йософҡа Сафнаҫ-Пағнеах тигән мысыр исеме бирҙе һәм уны Аснаҫ исемле ҡыҙға өйләндерҙе, Он ҡалаһының ҡаһины Потиферағтың ҡыҙы ине ул. Йософ Мысыр менән идара итә башланы.


Батша улар менән аралашты, үҫмерҙәрҙән берәү ҙә Даниил, Хананъяһ, Мишаил һәм Ғазаръяһҡа тиңләшә алманы. Шуға күрә был дүртәү батша хеҙмәтенә йәлеп ителде.


Фарсы батшаһы Кир хакимлығының өсөнсө йылында икенсе исеме Белтешассар булған Даниилға бер һүҙ асылды – оло һуғыш тураһында хаҡ хәбәр еткерелде. Даниил уның асылына үҙенә иңгән күренмеш аша төшөндө.


Ниһайәт, Даниил килде – уны минең илаһым хөрмәтенә Белтешассар тип йөрөтәләр – унда изге илаһи рух бар. Мин уға төшөмдө һөйләнем. Мин уға былай тинем:


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios