Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 1:20 - Башкирский ВЗ (неполный)

20 Батша ниндәй генә һорау бирмәһен һәм ниндәй генә йомаҡтың яуабын һорамаһын, уларҙың аҡылы һәм белеме батшалыҡтағы барлыҡ тылсым һәм сихыр эйәләренән ун тапҡырға өҫтөнөрәк булып сыҡты.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

20 Батша ниндәй генә һорау бирмәһен һәм ниндәй генә йомаҡтың яуабын һорамаһын, уларҙың аҡылы һәм белеме батшалыҡтағы барлыҡ тылсым һәм сихыр эйәләренән ун тапҡырға өҫтөнөрәк булып сыҡты.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 1:20
25 Referencias Cruzadas  

– Был Алла эше, – тине сихырсылар фирғәүенгә. Ләкин фирғәүен һаман ҡарышты, Раббы алдан әйткәнсә, Муса менән Һарунды тыңламаны.


Мысырҙарҙың рухы һыныр, Ниәттәрен бушҡа сығарырмын. Улар боттарға, үлгәндәрҙең рухына, Әруахтарҙы саҡырыусыларға, Күрәҙәселәргә кәңәш һорап барыр.


шөһрәтемде һәм Минең Мысырҙа һәм сүллектә ҡылған мөғжизәләремде күреп тә, Мине ун тапҡыр һынаған, әйткәнемде тыңламаған әҙәмдәрҙең береһе лә


Сихырсылар ҙа тылсымдары менән шуны эшләне – Мысыр еренә тәлмәрйендәр ебәрҙе.


Үҙҙәренең сихыры менән Мысыр сихырсылары ла шуны уҡ эшләне. Фирғәүен ҡарышыуын белде, Муса менән Һарунды тыңламаны. Барыһы ла Раббы әйткәнсә булды.


Хафаға төшкән фирғәүен, иртәнсәк Мысырҙың бөтә сихырсыларын һәм аҡыл эйәләрен саҡыртып, күргән төштәрен һөйләне, әммә уларҙы берәү ҙә юрай алманы.


ә ул мине алдап, билдәләгән хаҡты гел үҙгәртеп торҙо. Тик Алла уға миңә ҡарата яуызлыҡ эшләргә юл ҡуйманы.


Даниил батшаға: – Бүләктәреңде үҙеңдә ҡалдыр, хөрмәтеңде башҡаларға күрһәт. Ә бында яҙылғандарҙы батшама мин былай ҙа уҡып бирермен, уның нимә аңлатҡанын әйтермен, – тине.


Ул заман һәм йылдарҙы үҙгәртә, Батшаларҙы тәхеттән төшөрөп, тәхеткә ултырта, Аҡыллыға аҡыл, аңлыларға белем бирә.


Батшаның был фарманы сыҡҡас, үлтерер өсөн Даниил менән уның дуҫтарын да эҙләй башланылар.


Эйе, Даниилдан аҡыллыраҡһың; Һинән йәшерен бер ниндәй сер юҡ.


Алла был дүрт үҫмергә – аҡыл, һәр төрлө яҙмаға, уҡыуға һәләт, зирәклек, Даниилға иһә быларҙың барыһына өҫтәп һәр төрлө күренмештәрҙе һәм төштәрҙе юрау оҫталығы ла бирҙе.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios