Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Даниил 1:2 - Башкирский ВЗ (неполный)

2 Раббы Хаким Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡимды һәм Алла ҡорамының йыһаздарының бер өлөшөн уның ҡулына бирҙе. Навуходоносор был әйберҙәрҙе Шинғарға үҙ илаһының ҡорамына алып ҡайтты һәм уның хазина һаҡлағысына урынлаштырҙы.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

2 Раббы Хаким Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡимды һәм Алла ҡорамының йыһаздарының бер өлөшөн уның ҡулына бирҙе. Навуходоносор был әйберҙәрҙе Шинғарға үҙ илаһының ҡорамына алып ҡайтты һәм уның хазина һаҡлағысына урынлаштырҙы.

Ver Capítulo Copiar




Даниил 1:2
30 Referencias Cruzadas  

– Шинғар еренә, – тип яуап ҡайтарҙы фәрештә. – Унда һауыт өсөн бер йорт төҙөләсәк һәм ул шунда, үҙ таяуына, ҡуйыласаҡ.


Әгәр уларҙың Ҡаяһы ҡурсалауҙан туҡтамаһа, Раббы уларҙы дошмандары ҡулына тапшырмаһа, Нисек берәү мең кешене ҡыуыр, Икәү ун меңде баҫтырыр ине?


Көнсығыштан күсеп барғанда кешеләр Шинғар ерендә тигеҙ урын таптылар ҙа шунда урынлаштылар.


Тәүҙә уның батшалығына Шинғар ерҙәрендәге Бабил, Әрәх, Аккад, Калне ҡалалары инә ине.


Шул арҡала ауҙарына арнап ҡорбан сала, Мурҙаһына бағышлап хуш еҫ төтәтә, Шул ҡорамалдар арҡаһында мул йәшәй, Шул арҡала тәмле ашап ләззәтләнә.


– Эй батша! Һинең атайың Навуходоносорға Юғарыларҙан Юғары Алла батшалыҡ, бөйөклөк, дан һәм хөрмәт биргән.


Бабил илаһы Белды язалайым, Йотҡандарын ауыҙынан тартып алам. Ҡәүемдәр башҡа уға ағылмаҫ, Бабилдың диуарҙары йығылыр.


Ул көн Хаким ҡабат ҡулын һуҙыр, Үҙ халҡынан иҫән ҡалғандарҙы Ашшурҙан, Мысырҙан, Патростан, Куштан, Ғеламдан, Шинғарҙан, Хамаҫтан, Диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙән кире ҡайтарыр.


Яҡуп нәҫелен, Исраилды талаусыға, Юлбаҫарҙар ҡулына кем тотторҙо? Раббы Үҙе түгелме ни? Сөнки Уға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ; Исраил халҡы Уның юлынан барырға теләмәне, Ҡанунына ҡолаҡ һалманы.


Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы тәхеткә ултырғандың дүртенсе йылында Йермеяһҡа Йәһүҙә халҡы тураһында Раббы һүҙе булды. Был Навуходоносорҙың Бабилға батша булыуының тәүге йылы ине.


Шунан мин ҡаһиндарға ла, бөтә халыҡҡа ла әйттем: – Раббы былай ти: «Оҙаҡламай Раббы йортоноң әйберҙәре Бабилдан кире ҡайтарыласаҡ», – тип һөйләгән пәйғәмбәрҙәрегеҙҙе тыңламағыҙ. Улар һеҙгә ялған пәйғәмбәрлек итә, – ти Раббы. –


Бабил батшаһы Навуходоносор Раббы йортонан Бабилға алып киткән бөтә әйберҙәрҙе Мин ике йыл эсендә кире был урынға ҡайтарам.


Ә был ергә Бабил батшаһы Навуходоносор килгәс: «Әйҙәгеҙ, халдейҙар һәм арамиҙар ғәскәренән Йәрүсәлимгә ҡасайыҡ», – тинек. Шуға күрә Йәрүсәлимдә йәшәйбеҙ.


«Белдерегеҙ ҡәүемдәргә, хәбәр ебәрегеҙ! Байраҡ күтәреп иғлан итегеҙ, Бер нимә лә йәшермәгеҙ, еткерегеҙ: Бабил яулап алыныр, Бел оятҡа ҡалыр, Меродах селпәрәмә килер – Бабил боттары хур булыр, Ерәнгес һындары емерелер!


Даниилды батша янына алып килделәр. Батша унан: – Атайым батша Йәһүҙәнән алып ҡайтҡан әсирҙәрҙең берәүһе – Даниил тигән кеше һин булаһыңмы? – тип һораны. –


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios