Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 9:9 - Башкирский ВЗ (неполный)

9-10 – Мин һеҙҙең менән, киләсәк быуындарығыҙ һәм кәмәнән сыҡҡан бөтә тере йән эйәләре: ҡош-ҡорт, мал-тыуар, ҡырағай йәнлектәр менән килешеү төҙөйөм.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

9-10 – Мин һеҙҙең менән, киләсәк быуындарығыҙ һәм кәмәнән сыҡҡан бөтә тере йән эйәләре: ҡош-ҡорт, мал-тыуар, ҡырағай йәнлектәр менән килешеү төҙөйөм.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 9:9
11 Referencias Cruzadas  

Әммә һинең менән Минең шундай килешеү булыр: һин улдарың, ҡатының, килендәрең менән көплө кәмәгә ин.


– Минең ер йөҙөндә йәшәгән һәммә тере йән менән төҙөгән килешеү билдәһе шул булыр, – тине Алла Нухҡа.


Һеҙҙең менән Минең килешеүем буйынса бынан һуң бер йән эйәһе лә туфан һыуында һәләк булмаҫ һәм ер йөҙөн бушлыҡҡа әйләндергән туфан бер ваҡытта ла ҡабатланмаҫ. Алла тағы былай тине: – Минең һеҙҙең менән, бөтә тереклек менән мәңгелеккә төҙөгән килешеү билдәһе бына ошо булыр:


– Раббы былай ти: «Әгәр ҙә кем дә булһа көн менән төн башҡаса үҙҙәренә тейешле ваҡытта килмәһен өсөн улар менән төҙөгән килешеүемде боҙа алһа,


Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!


Алла Нухҡа һәм уның уландарына былай тине:


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios