7 Һеҙ иһә үрсегеҙ, ишәйегеҙ, ер йөҙөнә таралығыҙ һәм артығыҙ!
Алла Нухҡа һәм уның улдарына былай тип фатиха бирҙе: – Үрсегеҙ, ишәйегеҙ, ер йөҙөнә таралығыҙ.
Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Нухтың ошо өс улынан таралған.
үҙең менән алған бөтә йән эйәләрен – ҡош-ҡорт, мал-тыуар, һөйрәлеп йөрөй торған йәнлектәрҙе сығар, улар ер йөҙөндә таралһын һәм үрсеһен, бихисап артһын.
Алла уларға фатиха ҡылып әйтте: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ. Диңгеҙҙәрҙәге балыҡтар, һауалағы ҡоштар һәм ерҙәге бөтә йәнлектәр өҫтөнән хакимлыҡ итегеҙ».
Алла Нухҡа һәм уның уландарына былай тине:
Алла уға тағы шуны әйтте: – Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алла Мин, Үрсемле бул, ишле бул: Таралыр һинән халыҡ, Бер түгел, бик күп халыҡ! Һинән сығыр батшалар!
Өйләнегеҙ һәм улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ тыуһын. Улдарығыҙға кәләш алығыҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы кейәүгә бирегеҙ. Уларҙың да улдары һәм ҡыҙҙары тыуһын. Унда ишәйегеҙ, кәмемәгеҙ.