Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 8:1 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Әммә Алла Нухты, уның кәмәһендә булған мал-тыуарҙы һәм ҡыр хайуандарын онотманы: Алла ергә ел ебәрҙе, шунан һыу күтәрелеүҙән туҡтаны.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Әммә Алла Нухты, уның кәмәһендә булған мал-тыуарҙы һәм ҡыр хайуандарын онотманы: Алла ергә ел ебәрҙе, шунан һыу күтәрелеүҙән туҡтаны.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 8:1
35 Referencias Cruzadas  

Алла Рәхиләне лә иҫендә тотто, уның теләктәрен ҡабул ҡылды – түл бирҙе.


Ҡалаларҙы юҡҡа сығарғанда Алла Ибраһимды иҫендә тотто. Шуға күрә йәшәгән ҡалаһын емергәндә Лутты үлеменән йолоп ҡалды.


Алла уларҙың ялбарыуын ишетте, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән булған килешеүен иҫенә төшөрҙө.


Муса ҡулын диңгеҙ өҫтөнә һуҙҙы. Төнө буйы Раббы, көслө көнсығыш еле иҫтереп, диңгеҙ һыуҙарын ҡыуып айырҙы – диңгеҙ төбөндә ҡоро ер күренде.


Ҡайһылары һыуһыҙ сүлдә аҙашып йөрөнө, Кеше йәшәгән ҡалаға юл тапманы.


Раббы Яҡуптың ғорурлығы менән ант итте: «Уларҙың ҡырын эштәрен мәңге онотаһым юҡ.


Эй Раббым, Һинең шөһрәтең хаҡында ишеттем, Ғәмәлдәреңдән тетрәндем, Раббы! Беҙҙең ваҡытта ла шундай эштәр ҡыл, Беҙҙең заманда ла уларҙы белдер! Ярһыуыңда ла мәрхәмәтте хәтерлә!


Бәлә-ҡаза солғап алғанда Һин йәнемде һаҡлайһың, Дошмандарымдың нәфрәтенән яҡлайһың, Уң ҡулың мине ҡотҡарып ҡала.


Дауыттың ҡорамға артылыусылар йыры. Ҡайһылай яҡшы, күңелле, Туғандарҙың бергә татыу йәшәгәне!


Төньяҡ еле ямғыр алып килер, ғәйбәтсенең теле – сырайҙы боҙор.


Уға Раббы фәрештәһе былай тине: – Ниңә һин ишәгеңде инде өс тапҡыр туҡманың? Мин һине туҡтатырға тип сыҡтым, сөнки миңә был Раббы ихтыярынан тыш тотҡан юлың оҡшамай.


– Ә Мин уң ҡулын һулынан айыра белмәгән йөҙ егерме меңдән ашыу кеше менән бик күп мал-тыуар йәшәгән бөйөк ҡала Ниневены нисек йәлләмәйем?


Ул тоғролоғоңдо таңдай балҡытыр, Ғәҙеллегеңде төшлөктәге ҡояштай итер.


Һулышыңды өрҙөң – диңгеҙ уларҙы ҡапланы: Ҡурғаш һымаҡ, тәрән һыуҙарҙа баттылар.


Дошман, ерегеҙгә килеп, һеҙгә һөжүм итһә, борғоларығыҙҙы, хәүеф барлығын белгертеп ҡысҡыртығыҙ. Аллағыҙ Раббы һеҙҙе иҫенә төшөрөр, дошмандарығыҙҙан ҡотҡарыр.


«Ни файҙа булыр Һиңә, түгелеп ҡаным, Үлем соҡорона әгәр төшһәм? Ҡәбер тупрағы Һине данлаймы? Һинең тоғролоғоң хаҡында һөйләйме?


Уларҙы күрә алмаусылар аяуһыҙ иҙҙе, Улар буйһонорға мәжбүр булды.


Тәрән һыуҙарға: „Кибегеҙ! Мин йылғаларығыҙҙы ҡоротам!“ – тип бойорам.


Ул янаһа – диңгеҙ ҡорор, Бөтә йылғаларҙың һыуы кибер, Башандың, Кармәл тауының йәшеллеге шиңер, Ливандың гөл-сәскәләре һулыр.


Һыуҙарына ҡоролоҡ килһен! Улар тотош кибеп бөтһөн! Сөнки Бабил – боттар иле, Халҡы ҡурҡыныс һындарҙың арҡаһында Аҡылдан шашты.


Улар хәсрәт диңгеҙен кискәндә, Шашҡын тулҡындарбаҫылыр. Нил йылғаһының тәрәнлектәре ҡорор. Ашшурҙың тәкәбберлеге шиңер, Мысырҙың батшалыҡ таяғы ҡулынан төшөр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios