13 Нух улдары Шем, Хам, Йәфәҫ, ҡатыны, өс килене менән тап ошо көндө кәмәгә инде.
Раббы Нухҡа былай тине: – Бөтә ғаиләңде алып, кәмәгә ин, был быуын кешеләре араһында бары һин генә Минең хозурымда тоғро булдың.
Әммә һинең менән Минең шундай килешеү булыр: һин улдарың, ҡатының, килендәрең менән көплө кәмәгә ин.
Йәфәҫтең ағаһы Шемдың да балалары булды. Шем бөтә Ғевәр нәҫеленең атаһы ине.
Хамдың улдары: Куш, Мисраим, Пут һәм Ҡәнғән.
Нухтың Шем, Хам, Йәфәҫ исемле өс улы бар ине.
Нух биш йөҙ йыл йәшәгәндән һуң, уның Шем, Хам һәм Йәфәҫ исемле улдары тыуҙы.
Улар менән бергә һәр төрлө хайуандар, мал-тыуар, һөйрәлеүселәр, һәр төрлө ҡоштар береһе артынан береһе тоҡом-тоҡом булып кәмәгә менде.
Икенсе айҙың егерме етенсе көнөндә ер кипкәйне.