Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 7:11 - Башкирский ВЗ (неполный)

11 Нухҡа алты йөҙөнсө йәш барғанда, йылдың икенсе айының ун етенсе көнөндә йырылдылыр сикһеҙ даръя һыуы, асылдылыр күктең ҡабағы –

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

11 Нухҡа алты йөҙөнсө йәш барғанда, йылдың икенсе айының ун етенсе көнөндә Йырылдылыр сикһеҙ даръя һыуы, Асылдылыр күктең ҡабағы –

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 7:11
27 Referencias Cruzadas  

Туҡталдылыр туфан ташҡыны, Ябылдылыр күктең ҡабағы, Баҫылдылыр ҡойма ямғыры.


Ҡорамымда ризыҡ булһын – Бөтә ғөшөрҙө келәткә килтерегеҙ. Мине шуның менән һынағыҙ: Һеҙҙең өсөн күк ҡабағын асмаҫмынмы, Фатиханы самаһыҙҙан ҡоймаҫмынмы? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Уның күкрәүенән күктәге һыуҙар шаулай; Ул ер сигенән болоттар күтәрә. Ямғыр өсөн йәшенен йәшнәтә, Келәттәренән елдәр сығара.


Минәнме ҡурҡмайһығыҙ? – тип белдерә Раббы. – Минең алдымдамы ҡалтырамайһығыҙ? Мин диңгеҙгә ҡомдо сик итеп ҡуйҙым, Үтеп булмаҫлыҡ мәңгелек итеп ҡылдым. Тулҡындар ни тиклем ташланһа ла, Шаулап ажғырһа ла үтә алмаҫ.


Раббы Хаким былай ти: «Һине кешеһеҙ ҡалған ҡалалар кеүек емерек ҡалаға әйләндергәс, төпһөҙ диңгеҙҙәрҙе өҫтөңә түңкәргәс, ҡалын һыу ҡатламы аҫтында ҡалдырғас,


Мин фәҡирең Раббыға ялбарҙым, Ул мине ишетте, Бөтә бәләләрҙән әрсәләне.


Шулай булды: Алла көмбәҙҙе бар ҡылды һәм көмбәҙ аҫтындағы һыуҙарҙы көмбәҙ өҫтөндәге һыуҙарҙан айырҙы.


Ер тотош сатнап ярылыр, тетрәр, Донъя селпәрәмә килер.


Мин, туфан һыуҙары ҡалҡытып, күктәр аҫтында эсендә йәне булған бөтә нәмәне юҡ итәм, ерҙәге бар тереклек ҡырылып бөтәсәк.


Ер йөҙөнә туфан ҡалҡҡан саҡта, Нухҡа алты йөҙ йәш ине.


Уның аҡылы менән упҡындар убыла; болоттар ергә ямғыр яуҙыра.


Дәһшәтле тауыштан ҡасҡан соҡорға ҡолар, Соҡорҙан сыҡҡан тоҙаҡҡа ҡабыр. Күк ҡабаҡтары асылыр, Ерҙең нигеҙҙәре һелкенер.


Икенсе айҙың егерме етенсе көнөндә ер кипкәйне.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios