Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 6:3 - Башкирский ВЗ (неполный)

3 Раббы әйтте: – Минең рухым кешелә мәңгелеккә ҡалмаясаҡ, сөнки кеше үлемле. Уның ғүмер оҙонлоғо йөҙ ҙә егерме йыл булыр.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

3 Раббы әйтте: – Минең рухым кешелә мәңгелеккә ҡалмаясаҡ, сөнки кеше үлемле. Уның ғүмер оҙонлоғо йөҙ ҙә егерме йыл булыр.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 6:3
17 Referencias Cruzadas  

Шуға күрә Раббы былай ти: «Мин уларҙың баштарына ҡотола алмаҫлыҡ бәлә-ҡаза ебәрәм! Мине ярҙамға саҡырырҙар, әммә уларҙы ишетмәйәсәкмен.


Әммә улар баш күтәреп Уның Изге Рухын рәнйеттеләр. Шуға күрә Ул уларға дошман булды, Уларға ҡаршы һуғышты.


Мин төшөрмөн, шунда һинең менән һөйләшермен, һиңә иңдерелгән Рухтың бер өлөшөн алып, шул ирҙәргә һалырмын. Халыҡ килтергән хәсрәтте һинең менән улар уртаҡлашыр, инде уны яңғыҙыңа күтәрергә тура килмәҫ.


Баҡсам өсөн тағы нимә эшләмәнем? Татлы йөҙөм көттөм, ә ул ниңә әсе емеш бирҙе?


Ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан сығарған көндән башлап ошоға тиклем һәр ваҡыт: «Әйткәндәремде тыңлағыҙ», – тип киҫәтә килдем.


Мәңге дәғүәләшеп тормам, Һәр ваҡыт асыулы булмам. Юҡһа Үҙем бар ҡылғандарҙың рухы һыныр, Кеше заты хәлдән тайыр ине.


Башыңа һәләкәт килмәҫ, Сатырыңа бәлә-ҡаза яҡынламаҫ.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios