11 Алла күрҙе: ер боҙолған, яуызлыҡ менән тулған.
11 Алла күрҙе: ер йөҙө боҙолған, яуызлыҡ менән тулған.
– Күрәһеңме, әҙәм улы? Йәһүҙә йортоноң бында эшләгән әшәкелектәре етмәгән, улар илде йәбер-золом менән тултырҙылар һәм Минең асыуымды арттыралар. Ҡара, нисек итеп ботаҡты танауҙарына килтерәләр!
Күп халыҡтарҙы һин талаған һымаҡ, Ҡалған халыҡтар, кеше ҡанын түккән, Илдәрен, ҡалаларын бөлдөргән өсөн, Һинең үҙеңде талаясаҡ.
Сауҙаң арта барған һайын Яуызлыҡҡа тулдың, гонаһ ҡылдың. Шуға күрә нәжес әйбер кеүек Һине Алла тауынан бырғаным, Янар таштар араһынан ҡыуҙым Эй һин, ҡурсалаусы кируб!
Башҡаса ереңдә йәбер-золом, Биләмәңдә ҡыйралыш, Бөлгөнлөк тураһында ишетелмәҫ. Диуарҙарыңды – „Ҡотолоу“ тип атарһың, Ҡапҡаларыңа „Маҡтау“ тигән исем бирерһең.
Ливанға ҡылған золомоң үҙ башыңа төшөр, Ундағы йәнлектәрҙе ҡырған өсөн Һине дәһшәт солғап алыр. Һин кеше ҡанын ҡойҙоң, Илгә, ҡалаларға, уларҙа йәшәгәндәргә залимлыҡ иттең.
Ҡасанғаса, Раббы, ярҙам һорап ялбарырмын, Ә Һин ишетмәйһең. «Золом бар!» – тип һиңә һөрәнләрмен, Ә Һин ҡотҡармайһың!
Шишмәлә һыуы нисек бәреп сыға, Йәрүсәлимдә яуызлыҡ шулай бөркөлә. Унда көсләү, емереү хөкөм һөрә, Гелән күҙ алдымда – сир һәм йәрәхәттәр.
Сит ерҙә сиккән ғазаптарымды һанағанһың, Күҙ йәщтәремде турһығыңа йый! Улар Һинең китабыңа яҙылмағанмы ни?
Әйтер улар: «Телебеҙ менән еңәбеҙ! Ауыҙ үҙебеҙҙеке – кем хужа беҙгә?»
Содом кешеләре боҙоҡ күңелле, Раббы алдында бик гонаһлы ине.
Раббы алдында ҡеүәтле аусы ине ул. «Раббы хозурында Нимрүд кеүек оҫта һунарсы» тигән әйтем шунан ҡалған.
Раббы Нухҡа былай тине: – Бөтә ғаиләңде алып, кәмәгә ин, был быуын кешеләре араһында бары һин генә Минең хозурымда тоғро булдың.
Нухтың Шем, Хам, Йәфәҫ исемле өс улы бар ине.
Шул саҡ Раббы Мусаға: – Тиҙ бул, тау башынан төш, – тине. – Һинең Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың боҙолдо.
Сөнки мин үлгәндән һуң аҙырығыҙҙы, һеҙгә бойорған юлдан тайпылырығыҙҙы беләм. Ваҡыт үтеү менән һеҙҙе бәләләр ҡыуып етер, сөнки, Раббы алдында яманлыҡ ҡылып, Уны үҙегеҙҙең эштәрегеҙ менән асыуландырасаҡһығыҙ.