Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 49:27 - Башкирский ВЗ (неполный)

27 Бинйәмин йыртҡыс бүрегә оҡшаш; Иртәнге ауын ашап бөтөрөр, Кисен яумалын өлөшләп бүлер.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

27 Бинйәмин йыртҡыс бүрегә оҡшаш; Иртәнге ауын ашап бөтөрөр, Кисен яумалын өлөшләп бүлер.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 49:27
25 Referencias Cruzadas  

Ундағы башлыҡтар табышын йыртҡыслаған бүре шикелле: хаҡһыҙ табыш алыр өсөн кешеләрҙең ҡанын ҡоялар, йәнен ҡыялар.


Бинйәминдең улдары: Белағ, Бәхәр, Ашбел, Гера, Нағаман, Әхи, Рош, Муппим, Хуппим һәм Ард.


Үлем өҫтөндәге Рәхилә һуңғы һулышында улына Бен-Они тип исем бирҙе. Әммә атаһы уны икенсе төрлө – Бинйәмин тип атаны.


Башлыҡтары – ырылдаған арыҫлан, Хөкөмсөләре төнгө бүреме ни, Таң атыуға һис бер нәмә ҡалдырмаҫтар.


Исраил хакимдары – ырылдап ҡорбанын йыртҡыслаған арыҫлан кеүек йәндәрҙе ҡыя, малды һәм хазиналарҙы тартып ала, ҡатындарҙы тол ҡалдыра.


Шуға урмандан сыҡҡан арыҫлан уларҙы үлтерер, Сүлдән килгән бүре йыртҡыслар; Ҡалалары янында барыҫ һағалар, Сыҡҡан береһен йолҡҡослар; Сөнки енәйәттәре ишәйҙе, Хыянаттары саманан ашты.


Бинйәмин тураһында әйтте: – Раббының һөйөклөһө Уның янында Һис бер хәүеф белмәй йәшәй. Раббы уны һәр саҡ ҡурсалай, Ул Раббының ҡосағында имен-аман.


Ана, был халыҡ инә арыҫландай ҡуҙғала, Хас та арыҫлан һымаҡ ҡалҡына. Табышын ашап бөтмәйенсә, Ҡорбаны ҡанын эсеп туймайынса Ул тынысланмаясаҡ».


Атайыңдың хәйер-доғаһы мәңгелек тауҙар, Мәңгелек ҡалҡыулыҡтарҙан да артығыраҡ. Был бәрәкәттәрҙең һәммәһе Йософ өлөшөнә төшһөн, туғандары араһында иң өҫтөн торғанына насип итһен!


Исраил нәҫеленең ун ике ырыуы бына шулар. Аталары уларҙы мөбәрәк ҡылып ошо һүҙҙәрҙе әйтте һәм һәр береһенә уға тейешле фатихаһын бирҙе.


Бинйәмин ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, утыҙ биш мең дүрт йөҙ булды.


Бинйәмин ырыуынан – Кислон улы Әлидад;


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios