2 Бергәләшеп тыңлағыҙ, Яҡуп улдары, Атағыҙ Исраилға ҡолаҡ һалығыҙ!
Залимдар миңә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыла; Мин белмәгән нәмәләр хаҡында һорайҙар,
Улым, йөрәгеңде миңә йүнәлт, минең юлдарыма күҙ һал.
Яҡты донъяға килтергән ата һүҙен тыңла, олоғайған көнөндә әсәйеңде хурлама.
Ә хәҙер мине тыңлағыҙ, балалар, минең юлдан барыусылар бәхетле.
Эй уландарым, тыңлағыҙ мине, һүҙҙәремә ҡолаҡ һалығыҙ,
Улым! Минең һүҙемде тот, ҡушҡанымдан аслан сыҡма.
Улым, атайыңдың бойороҡтарын тот, әсәйеңдең өгөттәрен кире ҡаҡма!
Улым, айыҡ аҡыл йөрөтөр өсөн, ирендәрең белемеңде һаҡлаһын өсөн, мин биргән аҡылға күңел һал, әйткән фекеремде һанла.
Рәүвән, һин минең баш балам, ҡөҙрәтемһең, Ирлек ғәйрәтемдең тәүге емешеһең. Абруйың бөтәһенекенән дә өҫтөн, Көс-ҡеүәтең һәммәһенекенән дә күп!
Улар яҡшылығыма яуызлыҡ менән ҡайтарҙы, Япа-яңғыҙ йәтим булып ҡалдым.
Һәммәгеҙ йыйылығыҙ, тыңлағыҙ! Боттарығыҙҙың ҡайһыһы ошоларҙы алдан әйтеп бирҙе? Раббының яратҡан кешеһе Бабилда Уның ихтыярын бойомға ашырыр, Раббының көсөн халдейҙарға ҡаршы ҡулланыр.