Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 49:1 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Яҡуп улдарын саҡырып былай тине: – Эргәмә йыйылығыҙ, киләсәктә һеҙҙе ниҙәр көткәнен һөйләйем.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

1 Яҡуп улдарын саҡырып былай тине: – Эргәмә йыйылығыҙ, киләсәктә һеҙҙе ниҙәр көткәнен һөйләйем.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 49:1
28 Referencias Cruzadas  

Бына үҙ яғыма ҡайтып китергә торам, кил, был халыҡтың һуңынан һинең халҡың менән ни ҡылырын һөйләп китәйем, – тине.


Мин һиңә ахыр көндәрҙә халҡың менән ни булырын аңлатыр өсөн килдем, сөнки был күренмеш – ана шул көндәр тураһында.


Күңелендәге ниәтен ғәмәл ҡылмайынса, Уны ахырына тиклем еткермәйенсә, Раббының асыуы ҡайтмаясаҡ. Киләсәк көндәрҙә һеҙ быны аңларһығыҙ.


Башығыҙға ҡайғы килгәс, ошо һәләкәттәр ябырылғас, Раббы Аллағыҙға ҡайтырһығыҙ һәм Уның һүҙенә ҡолаҡ һалырһығыҙ.


Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Барлыҡ тауҙарҙан бейегерәк ҡуйылыр, Бар түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Бөтә ҡәүемдәр уға ағылыр.


Алла уларға теләгәндәрен бирҙе, Әммә араларына яман сир күндерҙе.


Һәммә халыҡты – ирҙәрҙе, ҡатындарҙы, балаларҙы һәм арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙе – йый. Һәр кем тыңлаһын һәм өйрәнһен, Аллағыҙ Раббынан ҡурҡһын һәм ҡанундың бөтә һүҙҙҙәрен дә теүәл үтәһен.


Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Халыҡтар уға ағылыр.


Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.


Фарсы батшаһы Кир хакимлығының өсөнсө йылында икенсе исеме Белтешассар булған Даниилға бер һүҙ асылды – оло һуғыш тураһында хаҡ хәбәр еткерелде. Даниил уның асылына үҙенә иңгән күренмеш аша төшөндө.


Батша Даниилға: – Һин был серҙе аса алғанһың икән, тимәк, ысынлап та, һеҙҙең Аллағыҙ – аллаларҙың Аллаһы, батшаларҙың Хакимы, Серҙәр асыусы, – тине.


Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды? Раббының ҡөҙрәте кемгә асылды?


Раббы былай ти: «Бер көн килеп, һарайыңдағы һәр нәмә, атайыңдар бөгөнгә тиклем йыйған барса әйберҙәр Бабилға алып кителер. Бер нәмә лә ҡалмаҫ.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡолағыма төшөрҙө: «Был ғәйебегеҙ үлгәнегеҙгә тиклем ғәфү ителмәҫ!» Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, әйтте быны.


Һәммәгеҙ йыйылығыҙ, тыңлағыҙ! Боттарығыҙҙың ҡайһыһы ошоларҙы алдан әйтеп бирҙе? Раббының яратҡан кешеһе Бабилда Уның ихтыярын бойомға ашырыр, Раббының көсөн халдейҙарға ҡаршы ҡулланыр.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios