Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 48:5 - Башкирский ВЗ (неполный)

5 – Инде хәҙер, һинең менән бергә, мин килгәнгә тиклем Мысырҙа тыуған ике улың да минеке, – тине Яҡуп Йософҡа. – Әфраим менән Менашше минең өсөн Рәүвән менән Шимғон кеүек үк.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

5 – Инде хәҙер, һинең менән бергә, мин килгәнгә тиклем Мысырҙа тыуған ике улың да минеке, – тине Яҡуп Йософҡа. – Әфраим менән Менашше минең өсөн Рәүвән менән Шимғон кеүек үк.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 48:5
21 Referencias Cruzadas  

Йософтоң Мысырҙа Он ҡалаһының ҡаһины Потиферағтың ҡыҙы Аснаҫтан Менашше менән Әфраим исемле ике улы тыуҙы.


– Улар Минеке булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин билдәләгән көндө уларҙы Үҙ хазинам итермен, үҙенә ярҙамлашҡан улына ҡарата рәхимле булған ата кеүек, Мин дә уларға рәхимле булырмын.


Ҡабат яныңдан үтеп барған саҡта һине күреп ҡалдым. Һинең һөйөү өсөн өлгөргәнеңде күреп, сабыуым менән яланғас тәнеңде ҡапланым. Ант итеп һинең менән килешеү төҙөнөм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Һәм һин Минеке булдың.


Инде иһә, эй Яҡуп, һине яратҡан, Эй Исраил, һине бар ҡылған Раббы былай ти: «Ҡурҡма, сөнки һине йолоп алдым, Һине исемләп саҡырҙым, һин – Минеке!


Йософ нәҫеленән: Әфраим ырыуынан – Ғаммиһуд улы Әлишамағ; Менашше ырыуынан – Педаһсур улы Гамлиил;


Мин – Раббы изгемен. Һеҙҙе Мин Үҙ халҡым булһын өсөн башҡа ҡәүемдәрҙән айырып алдым, шуға күрә һеҙ ҙә Минең өсөн изге булырға тейешһегеҙ.


Бер аҙҙан Йософҡа: «Атайың ауырый», – тип хәбәр иттеләр. Ул ике улын – Менашше менән Әфраимды – үҙе менән алып юлға сыҡты.


Ә уларҙан һуң тыуған балалар – һинеке, әммә улар ҙа оло ағаларының ырыуына ҡарар һәм уларҙың өлөшөнән мираҫ алыр.


Раббы Хаким былай ти: – Бына ошо сиктәр буйынса һеҙ ерҙе биләмә итеп Исраилдың ун ике ырыуына бүлерһегеҙ. Йософҡа ике өлөш ер бирелһен.


Ҡая таштан шишмә урғылтты, Һыу йылға һымаҡ сылтырап аҡты.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios