Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 48:14 - Башкирский ВЗ (неполный)

14 Исраил, ҡулдарын алға табан салыштырып һуҙып, уң ҡулын кесеһе Әфраимдың, һул ҡулын баш бала булған Менашшеның башына һалды.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

14 Исраил, ҡулдарын алға табан салыштырып һуҙып, уң ҡулын кесеһе Әфраимдың, һул ҡулын баш бала булған Менашшеның башына һалды.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 48:14
24 Referencias Cruzadas  

Баш балаһына Йософ Менашше тип исем ҡушты: «Алла миңә барлыҡ ҡайғымды һәм атам йортон оноторға ярҙам итте», – тине.


Ҡағиҙәләрең менән йыуанам, Әйткән һүҙҙәреңде онотмайым.


Раббыны данлағыҙ! Намыҫлыларҙың кәңәшмәһендә, Йәмәғәт йыйында Һиңә Ихлас күңелдән рәхмәт уҡырмын, Раббым.


Муса фатиха биреп ҡулын Нун улы Йушағҡа ҡуйғанда, Йушағ төплө аҡыл менән һуғарылып, рухы нығынғайны. Исраил халҡы уға буйһондо һәм Раббы Мусаға биргән бойороҡтарҙы үтәй барҙы.


Хәҙер иһә исраилдарҙың беренсе булып тыуған ир балалары урынына левиҙәрҙе алдым.


Левиҙәрҙе Раббы ҡаршыһына килтер ҙә исраилдар уларҙың башына ҡулдарын һалһын.


Йә Раббы! Һинең уң ҡулың көсө менән дан ҡаҙанды. Йә Раббы! Һинең уң ҡулың дошмандарҙың юлын киҫте.


– Улай түгел, атай, – тине Йософ. – Бына баш бала, уң ҡулыңды уның башына һал.


Йософтоң Мысырҙа Он ҡалаһының ҡаһины Потиферағтың ҡыҙы Аснаҫтан Менашше менән Әфраим исемле ике улы тыуҙы.


«Алла мине ғазапҡа дусар булған ерҙә емешле итте», – тип, икенсеһенә Әфраим тигән исем бирҙе.


Унан, кесе улы Әфраимды уң ҡулынан, өлкән улы Менашшены һул ҡулынан етәкләп, Исраил алдына алып килде. Улдарының кесеһе Исраилдың һул яғына, өлкәне уң яғына тура килә ине.


Йософ атаһының уң ҡулын Әфраимдың башына һалғанын күрҙе лә, быны хушһынманы. Ул атаһының ҡулын Әфраимдан алып Менашшеның башына һалмаҡсы булды.


Әфраим тупламы үҙенең байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Изге сатырҙан көнбайышта урынлашһын. Әфраимдарҙың башлығы Ғаммиһуд улы Әлишамағ булһын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios