12 Йософ, улдарын атаһының тубығынан алды ла, уның алдында йөҙтүбән ергә ҡапланды.
Ә Мысырҙа Йософ идара итә – иген һатыу менән ул шөғөлләнә ине. Ағалары килеп, уның алдына йөҙтүбән йығылды.
Балалары тороп уны данлай, ире маҡтап бөтә алмай:
Сал сәсле өлкәндәр алдында урыныңдан тор, ҡарттарға хөрмәт күрһәт. Аллаңдан ҡурҡ. Мин – Раббы.
Һәр кем әсәһе менән атаһын хөрмәт итһен һәм Минең шәмбе көндәремде тотһон. Мин Аллағыҙ Раббымын.
Муса йәһәт кенә ергә ятып сәждә ҡылды
Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит. Шулай эшләһәң, Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ерҙә ғүмерең оҙон булыр.
Яҡуп үҙе алдан китте һәм, ағаһы янына барып еткәнсе, уның алдында ете тапҡыр ергә ҡапланды.
Ибраһим, аяҡ өҫтө баҫып, ошо ерҙең халҡы хиттиҙәргә баш эйҙе лә:
Ике фәрештә Содомға шул көндә кисләгәс кенә килеп етте. Лут был ваҡытта ҡала ҡапҡаһы янында ултыра ине. Уларҙы күргәс, ҡаршыларға тип урынынан торҙо ла, ергә тиклем баш эйеп, былай тине:
Йософҡа: – Һинең йөҙөңдө күрергә лә өмөтөм юҡ ине, бына Алла балаларыңды ла күрергә насип итте, – тине.
Унан, кесе улы Әфраимды уң ҡулынан, өлкән улы Менашшены һул ҡулынан етәкләп, Исраил алдына алып килде. Улдарының кесеһе Исраилдың һул яғына, өлкәне уң яғына тура килә ине.