31 – Ант ит, – тине Исраил. Йософ ант итте, ә Исраил ятҡан көйөнсә генә баш эйҙе.
күк һәм ер Аллаһы Раббы исеме менән ант ит: улым Исхаҡҡа мин араларында йәшәгән Ҡәнғән иле ҡыҙҙарынан ҡатын алдырма!
Әжәле яҡынлашыуын һиҙеп, Исраил улы Йософто саҡырып алды ла: – Әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, балам, ҡулыңды минең йән еремә ҡуй ҙа, һөйөүеңде һәм тоғролоғоңдо күрһәтеп ант ит. Зинһар, Мысырҙа ерләмә мине! – тине. –
Шунда Ибраһимдың хеҙмәтсеһе йөҙтүбән ергә ҡапланып Раббыны данланы:
Мине лә, балаларымды ла, ейәндәремде лә ҡыйырһытмаҫҡа Алла менән ант ит әле. Мин һинең менән яҡшы мөғәмәләлә булған һымаҡ, һин дә минең менән, һине һыйындырған ил менән яҡшы мөнәсәбәттә бул.
– Ант итәм, – тине Ибраһим.
Ибраһимдың, Нахорҙың һәм уларҙың ата-бабаларының Аллаһы арабыҙҙа хөкөм ҡылһын. Яҡуп атаһы Исхаҡ тетрәнеп торған Алла менән ант итте.
Йософ Исраил улдарынан ант иттерҙе: – Алла һеҙгә мотлаҡ ярҙам итер, – тине. – Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа минең һөйәктәремде лә бынан алып китегеҙ.
Ибраһим йортондағы бөтә донъяһын көтөп торған иң өлкән хеҙмәтсеһенә былай тине: – Ҡулыңды минең йән еремә ҡуйып,
Атайым минән ант иттереп: «Бына мин үләм. Мине Ҡәнғәндә, үҙем өсөн алдан әҙерләп ҡуйған ҡәбергә ҡуй», – тигәйне. Мин фирғүендең атайымды шунда алып барып ерләп ҡайтырға рөхсәт итеүен һорайым.