Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 47:19 - Башкирский ВЗ (неполный)

19 Һинең күҙ алдыңда еребеҙ-ниебеҙ менән үлеп ятайыҡмы ни инде? Икмәккә алмашҡа үҙебеҙҙе лә, еребеҙҙе лә ал – беҙ еребеҙ менән бергә фирғәүендең ҡолдары булайыҡ. Тик орлоҡ ҡына бирә күр – үҙебеҙ тере ҡалайыҡ та ер буш ятмаһын.

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

19 Һинең күҙ алдыңда еребеҙ-ниебеҙ менән үлеп ятайыҡмы ни инде? Икмәккә алмашҡа үҙебеҙҙе лә, еребеҙҙе лә ал – беҙ еребеҙ менән бергә фирғәүендең ҡолдары булайыҡ. Тик орлоҡ ҡына бирә күр – үҙебеҙ тере ҡалайыҡ та ер буш ятмаһын.

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 47:19
11 Referencias Cruzadas  

Йәнебеҙҙе ҡыл өҫтөнә ҡуйып ризыҡ эҙләйбеҙ, Сөнки сүлдән ҡылыс янап тора.


Туйғансы ашарлыҡ икмәк һорап Мысыр менән Ашшурға ҡулыбыҙҙы һонабыҙ.


Илай-һыҡтай халҡы икмәк эҙләй, Йән аҫырар тәғәм өсөн хазинаһын бирә. «Йә Раббы, баҡ, хәлемде күр, Ни ҡәҙәрле хурлыҡҡа төштөм мин.


Мысырҙа ла, Ҡәнғәндә ла көмөш бөткәс, Мысыр халҡы Йософҡа: – Икмәк бир беҙгә! Күҙ алдыңда ятып үләйекме ни? Көмөшөбөҙ бөттө, – тип ялбарҙы.


Икенсе йылды мысырҙар йәнә Йософҡа килделәр: – Хакимыбыҙҙан йәшерене юҡ, көмөшөбөҙ ҙә бөттө, мал-тыуарыбыҙ ҙа – барыһы ла һин әфәнде ҡулына күсте, – тине улар. – Йәнебеҙ менән ер биләмәбеҙҙән башҡа һиңә бирерлек бер нәмәбеҙ ҡалманы.


Шул рәүешле Йософ Мысырҙағы бөтә ерҙе фирғәүенгә һатып алып бөттө. Мысыр халҡы береһе лә ҡалмай уға ерен һатты – аслыҡ шул тиклем көслө ине. Бөтә ер фирғәүен милкенә күсте.


Был һаҡлыҡ иген Мысырға ябырыласаҡ ете йыллыҡ аслыҡ дәүеренә, йәғни илде йотлоҡтан ҡотҡарыу өсөн ҡалдырылһын.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios