22 һәр береһенә өр-яңы кейем, Бинйәмингә өс йөҙ шекел көмөш һәм биш ҡат кейем бирҙе.
Йософ уларға үҙенең өҫтәленән дә һый ебәрҙе, ә Бинйәмингә ул башҡаларға ҡарағанда биш тапҡырға күберәк бирҙе. Йософ менән бергә ашап-эсеп, күңел асып ултырҙылар.
Атаһына Мысыр ерендәге һәр төрлө ниғмәттән ун ишәккә тейәп оҙатты, ун инә ишәккә иген, икмәк, юлға башҡа төрлө аҙыҡ-түлек тейәтте.