21 Исраил улдары шулай эшләне. Йософ, фирғәүен әйткәнсә, уларға арбалар, юлға аҙыҡ,
Уларға Мысырҙан ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға өсөн арбалар алып китергә бойор, үҙҙәре менән атайығыҙҙы ла алып килһендәр.
Улар ҡоралланып, яу арбаларында һәм ылауҙарҙа күмәк халыҡ менән киләсәк, эреле-ваҡлы ҡалҡандарын тотоп, торҡа кейеп һине уратып аласаҡ. Һине уларға хөкөм итергә бирәсәкмен, улар һине үҙ ҡанундарына күрә язалаясаҡ.
«Раббы хаҡлы, – ти Йәрүсәлим. – Мин бит Уның әйткәненә ҡаршы килдем. Инде тыңлағыҙ, халыҡтар, Минең ғазабымды күрегеҙ – Еткән ҡыҙҙарым, егеттәрем әсиргә китте.
Батша бойороғон тот, сөнки был һинең Алла алдында биргән антыңа бәрәбәр.
Муса Раббы бойороғон үтәне, нисек ҡушылһа, шулай һананы.
Раббы бойороғона ярашлы, Исраил йәмғиәте, бер урындан икенсе урынға күсә-күсә Син сүле буйлап бара торғас, Рефидимға килеп етте. Бында эсәр һыу юҡ ине.
Яҡуп Беер-Шәвәғтән ҡуҙғалып китте. Улдары аталары Яҡупты, бала-саға, ҡатын-ҡыҙҙарҙы фирғәүен ебәргән арбаларға ултыртып алып китте;
Ләкин улдары уға Йософтоң әйтеп ебәргән һүҙҙәрен һөйләгәс, үҙен алырға тип Йософ ебәргән арбаларҙы үҙ күҙҙәре менән күргәс, Исраилдың рухы күтәрелде,
Тороп ҡалған мөлкәттәре өсөн ҡайғырып тормаһындар: Мысырҙағы бөтә яҡшы нәмә уларҙыҡы булыр.