Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 44:29 - Башкирский ВЗ (неполный)

29 Хәҙер икенсеһен дә алып китәһегеҙ. Әгәр уның менән бер-бер хәл булып ҡуйһа, мине, сал сәсле ҡартты, ҡайғынан гүргә индерәһегеҙ инде».

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

29 Хәҙер икенсеһен дә алып китәһегеҙ. Әгәр уның менән бер-бер хәл булып ҡуйһа, мине, сал сәсле ҡартты, ҡайғынан гүргә индерәһегеҙ инде».

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 44:29
8 Referencias Cruzadas  

– Юҡ, – тине Яҡуп, – улымды һеҙҙең менән ебәрмәйем. Ағаһы үлде, Бинйәмин бер үҙе ҡалды. Әгәр юлда бер-бер хәл була ҡалһа, мине, сал сәсле ҡартты, ҡайғыға батырып, гүргә индерәсәкһегеҙ!


Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла һеҙгә мәрхәмәтен һалып, ул кеше тегендә ҡалған туғанығыҙҙы ла, Бинйәминде лә ебәрә күрһен инде! Ә миңә балаларымдан мәхрүм булыу яҙған икән, шулай булыр, күрәһең.


Шул саҡ уларға асыуым ялҡынланыр һәм Мин, уларҙы ташлап, йөҙ сөйөрөрмөн. Улар башҡаларға ем булыр, баштарына һанһыҙ михнәт-ҡайғылар ябырылыр һәм яза көнөндә: «Был бәләләр башыбыҙға Аллабыҙ беҙҙең менән булмаған өсөн төштө», – тип әйтерҙәр.


Атайыбыҙ уның арабыҙҙа юҡ икәнен күреү менән йән бирәсәк. Һинең ҡолоң, сал сәсле атайыбыҙ, беҙҙең арҡала ҡайғыһынан гүргә төшәсәк!


Аталары Яҡуп уларға: – Һеҙ мине бер-бер артлы улдарымдан яҙҙыраһығыҙ, – тине. – Йософ юҡ. Шимғон юҡ. Инде Бинйәминде лә алып китергә уйлайһығыҙ. Бөтөн ҡайғы минең бер башыма!


Улдары һәм ҡыҙҙары килеп Яҡупты йыуатырға тырышты, әммә ул тынысланырға теләмәне. – Ҡара ҡайғы менән улым янына, гүргә төшәм мин! – тип бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы.


Тик Бинйәминде, Йософтоң бер ҡарында ятҡан ҡустыһын ғына, Яҡуп үҙ янынан ебәрмәне: уның менән бер-бер хәл булып ҡуймаһын тип ҡурҡты.


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios