Biblia Todo Logo
La Biblia Online

- Anuncios -




Башланмыш 44:18 - Башкирский ВЗ (неполный)

18 Шунда Йәһүҙә Йософ янына килеп былай тине: – Хакимым! Мин ҡолоңа үҙең менән генә һөйләшергә рөхсәт ит. Мин фәҡиреңә асыуланмаһаң ине, хакимым. Һин үҙең дә фирғәүен менән бер бит!

Ver Capítulo Copiar

Изге Яҙма

18 Шунда Йәһүҙә Йософ янына килеп былай тине: – Хакимым! Мин ҡолоңа үҙең менән генә һөйләшергә рөхсәт ит. Мин фәҡиреңә асыуланмаһаң ине, хакимым. Һин үҙең дә фирғәүен менән бер бит!

Ver Capítulo Copiar




Башланмыш 44:18
19 Referencias Cruzadas  

– Асыуланма, хакимым! Был кешеләрҙең яһиллыҡҡа әүәҫлеген үҙең беләһең.


Ошо көндән алып минең биләмәләремдә һин хөкөм йөрөтәсәкһең, халҡым һине тыңлаясаҡ. Бары тик тәхетем менән генә мин һинән юғарыраҡ буласаҡмын.


– Мин әйткәнгә асыуланмаһаң ине, бөйөк Хакимым: ә, бәлки, унда тәҡүә утыҙ ғына бәндә табылыр? – тине Ибраһим. Раббы: – Әгәр бигонаһ утыҙ бәндә табыла икән, ҡаланы аярмын, – тип яуапланы.


– Мин фирғәүендең ихтыяры шундай, – тине ул Йософҡа. – Ошо көндән башлап бөтә Мысыр ерендә һис кем һинһеҙ ҡулын да, аяғын да ҡыбырҙатмаҫ.


– Тағы бер тапҡыр һорауыма асыуланмаһаң ине, бөйөк Хакимым, бәлки, унда тәҡүәләр унау ғыналыр? – тип дауам итте Ибраһим. – Ун бәндә хаҡына ла аярмын, – тине Раббы.


Алла уға биргән бөйөклөк алдында барлыҡ халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр ҡурҡып ҡалтырап торҙо: батша кемде теләне, шуны үлтерҙе, кемде теләне – тере ҡалдырҙы, кемде теләне – үрләтте, кемде теләне – төшөрҙө.


Бына хәҙер мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа, һорнай һәм башҡа уйын ҡоралдары тауышын ишетеү менән, йөҙтүбән ҡапланып, мин ҡуйҙырған һәйкәлгә сәждә ҡылырға әҙер тороғоҙ, әгәр сәждә ҡылмаһағыҙ, һеҙҙе кисекмәҫтән янып торған мейескә ташларҙар – шул сағында ниндәй илаһ һеҙҙе минең ҡулымдан ҡотҡарыр икән, ҡарап ҡарарбыҙ.


Батшаның ярһыуы гүйә арыҫлан ырылдауы, ә илтифаты үләндәге ысыҡ һымаҡ.


Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, ҡасанғаса Халҡың доғаһына асыулы ҡарарһың?


Имеш, беҙ баҫыуҙа көлтә бәйләйбеҙ, шунда мин бәйләгән көлтә турайып баҫты, ә һеҙҙең көлтәләр, уны уратып алып, минең көлтәгә баш эйҙе!


– Һин беҙҙең өҫтән батша булырға, хакимлыҡ итергә уйлайһыңмы ни әле? – тине уға ағалары. Күргән төшө өсөн дә, уны һөйләгәне өсөн дә уны тағы ла нығыраҡ яратмай башланылар.


– Юҡ, – тине Йософ, – мин улай эшләмәйем! Туҫтаҡ кемдә табылған, шул кеше минең ҡолом була, ә һеҙ тыныс ҡына атайығыҙ янына ҡайтып китегеҙ.


– Тыңлағыҙ әле, – тине Йософ уларға, – бына мин ниндәй төш күрҙем!


Síguenos en:

Anuncios


Anuncios